Малаяҙ ауылының көньяҡ-көнбайыш микрорайонында бөгөн иртән автобус павильонының баш түбән әйләнеп ятыуына кешеләр шаһит булған. Кем уны ауҙарған, йәнә вандалдармы?
Салауат ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Лариса Азмағолова хәбәр итеүенсә, профнастилдан эшләнгән туҡталышты төнөн көслө ел түңкәргән. Төшкә тиклем павильонды күтәреп, элекке хәленә килтереп ҡуйғандар (һүрәттә).
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был туҡталыш, район прокуратураһы талабына ярашлы, Полевая урамы осона эшләнеп, Малаяҙҙың алыҫ микрорайонында йәшәгән балаларҙы мәктәпкә һәм кире өйҙәренә автобуста йөрөтөү ойошторолдо.