Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Апрель 2019, 20:47

Дауыл эҙемтәһе

Нәсибаш мәктәбенең спорт залы ҡыйығын көслө ел алып ташланы.Был хәл бөгөн теркәлде. Район хакимиәтендә шуға бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышы уҙҙы. Тулыраҡ сайтта:

Ғәҙәттән тыш хәл бөгөн теркәлде. Ҡапыл килеп сыҡҡан көслө ел белем биреү усағы бинаһына ҙур зыян килтерҙе. Мәктәптең спорт залы ҡыйығы асамайҙары менән бергә килеп төштө.
Был хәл 14. 20 сәғәттә булды. Өлкән кластарҙың алтынсы дәресе бара ине. Ә кескәй кластар өйҙәренә ҡайтҡайны. Бәхеткә, ҡаза күреүселәр юҡ. Шунда уҡ полицияны саҡырттыҡ, район хакимиәтенә хәбәр иттек, – тине Нәсибаш урта мәктәбе директоры Азат Әхмәтйәнов.
Әле дауыл килтергән зыяндың күләме иҫәпләнә. Мәктәп бинаһының 162 кв. м майҙанындағы ҡыйығы емерелгән. Район хакимиәтендә шуға бәйле бөгөн үк ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышы уҙҙы. Унда тергеҙеү эштәренең күләмен һәм ваҡытын билдәләү буйынса һөйләшеү булды. Комиссия рәйесе, район башлығы урынбаҫары Рифат Вәлиуллин әйтеүенсә, яҡын арала смета төҙөп, зыяндың күләмен баһалап, подрядсы билдәләнгәс, ҡыйыҡты төҙөкләндереү эштәре башҡарыласаҡ.
Ә әлегә, ауыл халҡы көсө менән өмә уҙғарып, емереклекте йыйыштырып, ваҡиға урынын тәртипкә килтерәһе бар.

(Фото: пресс-служба ГУ МЧС РФ по РБ).


Читайте нас: