Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Март 2019, 14:01

Бурҙарға хөкөм сығарылды

Ҡыйғы, Салауат һәм Мәсетле райондарында урынлашҡан микрозайм офистарын, ауыл магазиндарын, администрация учреждениеларын талаған енәйәтселәр асыҡланды

Балаҡатай район суды 23 урлашыу осрағы буйынса ғәйепле булған өс иргә хөкөм сығарҙы. Билдәле булыуынса, Мәсетле районында йәшәүсе ирҙәр Ҡыйғы, Салауат һәм Мәсетле райондарында урынлашҡан микрозайм офистарын, ауыл магазиндарын, администрация учреждениеларын талаған. Енәйәтселәр магазин һәм офистарҙарҙың ишеген ҡайырып асып, ни бары өс минут эсендә аҡса урлап өлгөргән. Полиция хеҙмәткәрҙәре, бурҙарҙың автомобилен асыҡлағандан һуң, уларҙың эҙенә сыҡҡан. Улар фирма һәм шәхси эшҡыуарҙарға барыһы 750 мең һумлыҡ ҡаза килтергән. РФ Енәйәт кодексының “Алдан һөйләшеп, бинаға законһыҙ юл менән инеп, үтә ҙур күләмдә урлау” статьяһы буйынса енәйәт эше асылған, ғәйеплеләр 3,5 йылдан алып 6 йылға тиклем иректән мәхрүм ителгән.


С мая по сентябрь 2017 года мужчины по ночам грабили офисы микрозаймов, сельские магазины и административные учреждения. В помещения сообщники проникали, взламывая двери монтировкой – одну кражу они успевали провернуть всего за три минуты. При этом, чтобы не тратить время, злоумышленники брали только деньги и всегда использовали маски и перчатки.


Как сообщает пресс-служба прокуратуры Башкирии, полицейские смогли задержать воришек, вычислив автомобиль, на котором они передвигались. Всего банда успела причинить фирмам и предпринимателям ущерб, превышающий 750 тысяч рублей. выяснилось, что в прошлом сельчане уже отбывали наказание за кражи. На этот раз суд приговорил троих фигурантов дела по статье «Кража группой лиц по предварительному сговору с незаконным проникновением в помещение» к срокам от 3,5, до шести лет в колониях общего и строгого режимов.
Читайте нас: