Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Ғинуар 2019, 13:51

Йәш тикшенеүселәр ярышты

Йылһайын балалар ижады йортонда “Ватан юлдары буйлап” республика, Бөтә Рәсәйконкурсының район этабы уҙғарыла. Быйылғилми-тикшеренеү конкурсында Арҡауыл, Лағыр, Миәшәгәр, Мөрсәлим, Торналы,Таймый, Татар Малаяҙы, Урмантау, Янғантау мәктәптәренән һәм Малаяҙ башҡортгимназияһынан килгән барыһы 20 уҡыусы үҙ көсөн һынаны.

Балалар “Тыуған яҡ йылъяҙмаһы”, “Тыуған яҡ әҙәбиәте һәм фольклоры”, “Этнография”, “Шәжәрә”, “Рәсәйҙең һуғыш тарихы”, “Бөйөк Ватан һуғышы”, “Яҡташтар” номинацияларында үҙенсәлекле сығыш яһаны. Улар шулай уҡ сығыштарында видеопрезентацияны ла уңышлы ҡулланды. Һөҙөмтәлә, конкурстың еңеүселәре тип Диана Резяпова (Торналы), Айгиза Ғирфанова (Таймый), Илдан Бәҙретдинов (Мөрсәлим), Наҙгөл Ғәлимова (Арҡауыл), Йәлил Кәримов (Янғантау) танылды. Еңеүселәр республика кимәлендә Салауат районының данын яҡлаясаҡ. Сараның һуңында балаларға Маҡтау грамоталары тапшырылды.
--------------
Юными исследователями были представлены работы в номинациях “Родословие”, “Летопись родного края”, “Культура и фольклор родного края”, “Великая Отечественная война”, “Этнография”, “Земляки”. Победителями стали Диана Резяпово (МОБУ СОШ с. Турналы), Айгиза Гирфанова (МОБУ ООШ с. Таймеево), Ильдан Бадретдинов (МОБУ СОШ с. Мурсалимкино), Назгуль Галимова (МОБУ СОШ с. Аркаулово), Джалиль Каримов (МОБУ СОШ с. Янгантау).

Читайте нас: