Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Ғинуар 2019, 15:19

“Мәктәптәрҙә репетиторлыҡ булмаясаҡ”

Мәктәптәрҙә репетиторлыҡ булмаясаҡ. Был турала Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин белдерҙе

Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин репетиторлыҡҡа кире ҡарашын белдерҙе. Уның фекеренсә, уҡытыусылар дәрестә тәғәйен мәғлүмәтте тулыһынса биреп бөтмәйенсә, балаларҙы өҫтәмә дәрестәр алырға этәрә.

- Мин был системаға ҡәтғи ҡаршымын, - тип белдерҙе Айбулат Вәкил улы. - Беҙҙең уҡытыусылар ФГОС программаһын тормошҡа ашырғаны өсөн аҡса ала. Әгәрҙә педагог теге йәки был фәндән өҫтәмә дәрестәр, йәғни репититорлыҡ алырға кәрәк тигән тәҡдимдәр яһай икән, был саҡта ата-әсәләр мәғариф министрлығына мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы. Һәр уҡытыусы ни өсөн эшләгәнен, аҡса алғанын аңларға, эш һөҙөмтәһе уның эш хаҡында күренергә тейеш. Мәҫәлән, педагог Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһына призер әҙерләне икән, уға премия булырға тейеш. Өс призерҙы әҙерләһә – өс тапҡырға ҙурыраҡ премия. Был мөһим.

Киләсәктә бәләкәй комплектлы мәктәптә белем алған сығарылыш класс уҡыусыларына төп программаны үҙләштереү һәм имтихан биреү өсөн түләүһеҙ онлайн курстар ойоштороу күҙаллана.

------------------------------

И.о. министра образования Башкирии Айбулат Хажин считает, что нужно преодолеть такое явление, как репетиторство, когда учителя сознательно не предоставляют на уроках весь необходимый материал, таким образом, стимулируя дополнительные занятия.
«Вообще, это нонсенс, если ребенок обучается в школе и потом еще занимается с репетиторами. Я категорически против такой системы, — заявил глава ведомства. — У нас учителя получают заработную плату за реализацию образовательной программы в рамках ФГОС Если от учителей по тем или иным предметам начинают поступать предложения по репетиторству, я предлагаю родителям в случае возникновения таких ситуаций обращаться в соответствующие органы: в Министерство образования, в Обрнадзор».
«Учитель должен понимать, за что он работает, за что он получает деньги. Результат его работы должен отражаться на его заработной плате, — считает и.о. министра образования. — К примеру, подготовил учитель призера всероссийской олимпиады школьников, соответственно, у него должно быть финансовое подкрепление. Если трех призеров, то премия — в трехкратном размере. Это очень важно».