Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Ғинуар 2019, 11:45

В Терменево торжественно открыли хоккейную коробку

Тирмән ауылы халҡы өсөн Яңы йыл шатлыҡлы ваҡиғалар менән башланды. Шул көндәрҙә унда яңы хоккей майҙансығы асылды.

Ауылда хоккей майҙансығын булдырыу ниәте менән йәштәр сығып, уны уңышлы тормошҡа ашырҙы. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә йөҙгә яҡын ир-егет берләшеп, мәктәп эргәһендә 60 меңлек хоккей майҙансығын төҙөп ҡуйҙы.

Ошоға тиклем балалар һәм үҫмерҙәр ауыл эргәһендәге йылғаның өҫтөндә сәкән һуҡһа, шул көндәрҙән улар мәктәп эргәһендәге махсус майҙансыҡта ярышасаҡ. Майҙансыҡты асыу тантанаһында район етәкселәре, шул иҫәптән спорт комитеты рәйесе Наил Мөхәмәтйәнов та ҡатнашып, йәш хоккейсыларға ҡапҡа һәм шайбалар бүләк итте.

Яңы хоккей майҙансығын Ҡыш бабай ҙа һынап ҡараны. Ул балаларға бүләктәр тапшырҙы. Ҡыҙҙар, малайҙар уны төрлө һөнәрҙәре, ҡыҙыҡлы сығыштары менән ҡыуандырҙы. Сараның һуңында тирмәндәр дуҫтар матчын ойошторҙо.


Жители села теперь смогут кататься на коньках и играть в хоккей на площадке. До этого терменевцам кататься было негде. Только самые рисковые выходили на замёрзший водоём. Теперь любители зимних видов спорта будут заниматься в новой хоккейной коробке. И у хоккеистов уже появился тренер.

Хоккейную коробку построили на деньги жителей и уроженцев села. После открытия прошел и дружеский матч. Надеемся, что хоккейная площадка станет настоящей территорией здоровья села.

«В здоровом теле - здоровый дух! Приходите на наш каток!», - говорят терменевцы.
Читайте нас: