Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Ғинуар 2019, 15:25

Республика проекты еңеүсеһе

Элина Баһауетдинова “Ҡыш бабайға хат” республика проектында ҡатнашып, еңеү яуланы. Тулыраҡ уҡырға:

Күптән түгел “Ҡыш бабайға хат”республика проектына йомғаҡ яһалды. Быйыл был проектта барыһы өс меңдән ашыу бала ҡатнашты. Уҡыусылар хатта үҙҙәре һәм йыл дауамында башҡарған изге эштәре тураһында яҙҙы. Бынан тыш улар йәшәгән урындарында булған экологик проблема тураһында бәйән итеп, уны хәл итеү өсөн тәҡдимдәрен дә индерҙе.

Һөҙөмтәлә, иң яҡшы хат авторҙарын Өфөгә шыршы байрамына саҡырып алдылар. Улар араһында Әлкә урта мәктәбе уҡыусыһы Элина Баһауетдинованың да булыуы – ҙур ғорурлыҡ. 8-се класта белем алған Элина уҡыуҙа ла һынатмай, төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.

- Байрам бик ныҡ оҡшаны, яңы үрҙәр яуларға ҡанат ҡуйҙы. Сара барышында “Ун ике ай” әкиәтен сәхнәләштерҙеләр, төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, шыршы тирәләй йырлап, бейенек. Шулай уҡ кинотеатрға һәм музейға билеттар ҙа бүләк иттеләр , - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Элина.
Читайте нас: