Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Декабрь 2018, 23:24

Мәсетлеләр ҡышҡы каникулдарын саф һауала үткәрәсәк

Мәсетлеләр ҡышҡы каникулдарын саф һауала үткәрәсәк. Яңыраҡ ауылда яңы күңел асыу сараһы – тюбинг барлыҡҡа килде.

Его обустраивали своими силами местные жители —Алис Гайнетдинов, Нурмухамет Нуриев и Маулитьян Алкин. Идея привлечь сельчан к активному отдыху появилась в этом году. Жители села выбрали безопасное место, сделали ограждения горки и залили ее водой. Как сообщил нашей газете Алис Гимранович, в ближайшее время активисты села планируют сделать специальное место для спуска.
Горка, едва успев открыться, стала излюбленным местом детей. Развлечение, которое было мечтой, сегодня в шаговой доступности. При спуске главное — соблюдать дистанцию.
Жители деревни уже успели оценить тюбинг: «Мне очень понравилось, эмоции переполняют. Очень рада, что сделали такое место. Огромное спасибо тем, кто это сделал. В соседних деревнях такого нет».
Алис Гимранович:Со временем можно улучшить тюбинг, сделать освещение, подъемник. Место хорошее, но нужно будет повозиться с документами. Мы надеемся, что в следующем году в нашу деревню будут приезжать туристы, будут изучать нашу историческую местность. Также в планах — приобщить к активному отдыху ещё больше сельчан”.
Тюбингты ауыл оҫталары Алис Ғәйнетдинов, Нурмөхәмәт Нуриев һәм Мәүлитйән Алкин эшләне.
Быға тиклем балалар өсөн шыуырға тау клуб янында йыл һайын эшләнә ине. Тау юл эргәһендә урынлашҡанға ул балалар өсөн хәүеф тыуҙыра. Быйыл иһә ир-егеттәр кәңәшләшеп, тауҙың урынын күсереп, уны мәсет артында булдырҙы. Ауыл оҫталары тюбингтың ситтәрен эшләп, уға һыу һибеп, ҡатырып ҡуйҙы.

Тюбинг әле тулыһынса эшләнеп бөтмәһә лә, ул бала-сағының яратҡан урынына әүерелде. Ир-егеттәр шул көндәрҙә тауҙың старт урынын белдергән ҡапҡа ла эшләргә ниәтләй. 150 метрға һуҙылған тюбингтың урыны бик отошло. Унда автомобилдәр йөрөмәй, шыуыусылар береһенә лә ҡамасауламай. Иң мөһиме тюбингта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмаҫҡа кәрәк.
- Киләсәктә тюбингты тағы ла яҡшыртырға уйлайбыҙ. Трассаны яҡтыртырға, унда подъемник эшләп ҡуйырға була. Әммә бының өсөн документтар менән йөрөргә кәрәк инде. Ауылыбыҙ геопарк зонаһында урынлашҡан. Тюбинг – туристарҙы ылыҡтырыу өсөн этәргес көс булырына ышанабыҙ, - тине Алис Ғимран улы.

Читайте нас: