Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Декабрь 2018, 20:53

Колледжда – мөғжизәле ҡаласыҡ

Дыуан күп профилле колледж филиалының територияһында урынлашҡан боҙ ҡаласығы балаларҙа ғына түгел, ә ололарҙа ла байрам кәйефен уята.

Нынешней зимой снега не много. Но это не помешало студентам филиала Дуванского многопрофильного колледжа слепить из снега очаровательные фигурки. Под руководством преподавателей колледжа Рустама Хуснуллина и Ларисы Шабаковой ученики 23- й группы, а также ребята, которые живут в общежитии сделали красивую черепаху, крокодила, и символ 2019 года – свинью.
_______
Дыуан күп профилле колледж филиалының територияһында урынлашҡан боҙ ҡаласығы балаларҙа ғына түгел, ә ололарҙа ла байрам кәйефен уята. Уны үҙ көстәре менән колледждың 23-сө төркөм балалары, класс етәкселәре Рөстәм Хөснуллин менән эшләгән. Шулай уҡ дөйөм ятаҡта йәшәгән егеттәр ҙә тәрбиәсе Лариса Шабакова етәкселегендә кистәрен саф һауаға сығып, ҡарҙан һындар яһап ҡуйған. Колледж уҡытыусылары һәм студенттары фантазияны һәм тырышлыҡты эшкә егеп, киләһе йылдың символы – сусҡа, гөбөргәйел, крокодил эшләп ҡуйған. Һуңынан уларға ятаҡ ҡыҙҙары ла ҡушылып, ҡарҙан “колобокты” әүмәләгән. Ә шыршыны биҙәп ҡуйғас, ҡаласыҡ бөтөнләй байрам төҫөн алған. Йыл һайын һоҡландырғыс ҡаласыҡ эшләп, халыҡҡа байрам кәйефен бүләк иткән колледж педагогтарына һәм студенттарға “Афарин!” тип кенә әйтергә ҡала.

Лиана ВӘЛИУЛЛИНА
Читайте нас: