Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Декабрь 2018, 16:43

Лото-уйында кемдәр еңде?

“Йүрүҙән” гәзите редакцияһы быйыл лото уйынды халыҡ араһында, йәғни Малаяҙ ауылында, шаршамбы баҙарында үткәрҙе. Гәзиткә ярты йылға яҙылып, квитанция күсермәһен редакцияға килтергәндәр араһында 15 бүләк, шул иҫәптән төп приз – велосипед уйнатылды.


Халыҡ бик тиҙ йүрүҙәндәрҙе, йәғни беҙҙе табып, түңәрәккә уратып алды. Гәзиткә яҙылмағандар иһә, приздарҙы күргәс, бик ныҡ үкенде, “Йүрүҙән”гә яҙылып, киләһе уйында ҡатнашасағын белдерҙе. Ысынлап та, быйыл гәзиттең тоғро дуҫтарына шәп бүләктәр эләкте. Халыҡ велосипед, кеҫә телефоны, электр сәйнүктәре, миксер, сәйнүк, радиоалғыс, сәғәт, автокомпрессор, компьютер аксессуары һ.б. приздар отоп ҡыуанды. Лото уйынға килеүселәр үҙҙәре лототронды өйөртөп, квитанцияларҙы тартып алды.

Еңеүселәребеҙ:

Гөлшат Сәләхова (Икенсе Иҙелбай) – фонарь

Рәүзиә Ҡазиханова (Икенсе Иҙелбай) - компьютер аксессуары

Нурулла Әхмәтйәнов (Икенсе Иҙелбай) – фоторамка

Флүрә Исмәғилева (Әлкә) – плед

Искәндәр Миһранов (Арҡауыл) – водителдәр өсөн махсус жилет

Фәйрүзә Калинина (Башҡорт Илсекәйе) – кеҫә телефоны

Розалия Латипова (Малаяҙ) – радиоалғыс

Флорида Нуриева (Көҫәпәй) – сәғәт

Люцирә Рамазанова (Урмансы) – сәйнүк

Хәлимә Мөхәмәтйәнова (Йонос) – сәй сервизы

Рида Ғиниәтуллина (Әлкә) – үтек

Рәмилә Закирова (Малаяҙ) – миксер

Фәрүәз Ғәлиуллин (Әлкә) – йылытҡыс

Мәҡсүт Ғәйнуллин (Йонос) – электр сәйнүге

Гөлширә Вәкилова (Ахун) – автокомпрессор


Ә төп приз - велосипед Әлкә ауылынан йәш ғаилә Лариса һәм Рөстәм Ғайсиндарға сыҡты. Улар лото-уйында булмаһалар ҙа, һуңынан редакциянан бүләген килеп алды.

Ғайсиндар – өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Рөстәм Раил улы һөнәре буйынса автомеханик, уның тормош иптәше Лариса Факил ҡыҙы Әлкә ауылы биләмәһендә йәштәр эшен алып бара. Улар ике бала тәрбиәләй. Улдары Динис 7-лә, ә ҡыҙҙары Карина 4-се класта белем ала.

- Яңы йылға бик шәп бүләк булды! Бигерәк тә балалар шатланды. Лото-уйындарҙа бер ҡасан да бәхет йылмайғаны юҡ ине әле. “Йүрүҙән”дәргә ҙур рәхмәт!, - тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Ғайсиндар.

Ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ. Һеҙ ҙә Ғайсиндар һымаҡ гәзитле лә, бүләкле лә булаһығыҙ килһә, “Йүрүҙән”дең ярты йылына яҙылып, квитанцияһын беҙгә ебәрегеҙ. Приздар тағы ла бар әле!
Читайте нас: