Сегодня в музее Салавата Юлаева состоялось торжественное вручение паспортов гражданам Российской Федерации. Документ, удостоверяющий личность, вручил исполняющий обязанности начальника отдела МВД России по Салаватскому району, подполковник полиции Данил Султанов.
Он тепло поприветствовал всех, отметив, что теперь ребята вступают в новую фазу своей жизни и становятся гражданами, которым основной закон государства дает определенные права и пожелал им удачи.
Вместе с документом подросткам вручили памятные подарки.
Илдең хоҡуҡлы граждандары
Бөгөн Салауат Юлаев музейында Рәсәй Конституцияһы көнө айҡанлы 14 йәше тулған үҫмерҙәргә тантаналы шарттарҙа паспорт тапшырылды.
Тормошта мөһим ваҡиғалар бик күп, шулай ҙа паспорт алыу айырыуса иҫтә ҡала торған көндәрҙең береһе. Сөнки тап ошо мәлдән һин үҙеңде тулы хоҡуҡлы Рәсәй гражданины итеп тоя башлайһың.
Уҡыусыларҙы мөһим документ алыуҙары менән Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат районы буйынса бүлегенең начальник вазифаһын башҡарыусы Данил Солтанов ҡотлап үтте. Ул үҫмерҙәргә уңыштар теләп, уларға паспорт һәм документ өсөн тышлыҡ тапшырҙы.
Үҫмерҙәрҙең шатлығын ата-әсәләре, туғандары ла уртаҡлашырға килгәйне. Музей хеҙмәткәрҙәре лә уҡыусыларҙы ҡотлап үтеп, уларҙы бүләктәр менән билдәләп үтте.