Республикабыҙҙан МХО биләмәһенә 180-се гуманитар йөк барып етте

Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, Башҡортостандан 180-се гуманитар йөк МХО биләмәһенә барып етте. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итте.

Республикабыҙҙан МХО биләмәһенә 180-се гуманитар йөк барып еттеРеспубликабыҙҙан МХО биләмәһенә 180-се гуманитар йөк барып етте
Республикабыҙҙан МХО биләмәһенә 180-се гуманитар йөк барып етте

Башҡортостандан 24 хәрби подразделениела хәрби бурыстарын үтәгән яугирҙәр гуманитар ярҙам алды.

Бынан тыш, Луганск Халыҡ Республикаһының Петровское балалар йортона кейем-һалым, аяҡ кейемдәре, уйынсыҡтар һәм уҡыу әсбаптары тапшырылды.

«Ошо ылауҙы туплауҙа ҡатнашҡан һәм уны адресаттарға алып барып тапшырған һәр кемгә рәхмәт белдерәм. Башҡортостан яугирҙәре һәм Донбасс халҡы өсөн гуманитар конвойҙар даими бара, эште дауам итәбеҙ», — тип билдәләне Кирилл Первов.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Йәрмәкәй ауылынан пенсионер Рәфил Хәкимов МХО яугирҙәренә ике «Урал» мотоциклын ебәрҙе.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас