Өфөлә Матбуғат йортонда МХО-нан тәүге онлайн-конференция үтте

“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы фронттың иң көсөргәнешле участкаларының береһендә – Краснолиманскиҙа алышыуын дауам итә. Еңеү көнө алдынан Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемендәге батальондың “Матур” позывнойлы замполиты һәм полк хәрби хеҙмәткәре “Журналист” Матбуғат йорто хеҙмәткәрҙәре менән тура эфирға сыҡты.

Өфөлә Матбуғат йортонда МХО-нан тәүге онлайн-конференция үттеӨфөлә Матбуғат йортонда МХО-нан тәүге онлайн-конференция үтте
Өфөлә Матбуғат йортонда МХО-нан тәүге онлайн-конференция үтте

“Матур” позывнойы Ульяновск өлкәһе яугиренә “мираҫ булып” ҡалған. МХО-ға тиклем ул “Газпром” системаһында участка начальнигы булып эшләгән.

“Элек ауылда һәр кемгә матур ҡушаматтар бирә торғайнылар: атайымды “Матур абый” тип йөрөттөләр. Атайым күптән юҡ инде. Мин МХО-ға барғас, ошо исемде алдым. “Абый” һүҙе төшөп ҡалды, “Матур” ғына булдым”, – ти командирҙың сәйәси эш буйынса урынбаҫары.

Яҙмыш шулай ҡушҡан: хәрби юлын улы ла дауам итә. Атаһының йәрәхәтләнеүе тураһында белгәс, егет тә МХО-ға мәктәп эскәмйәһенән үк барырға булған.

“Госпиталгә килгәс: “Ят, һауыҡ, мин һине ышыҡлармын”, – ти. Үҙенә шулай уҡ “Матур” позывнойын алды, – тип һөйләне яугир. – Улым менән йылына бер нисә тапҡыр осрашабыҙ”.

“Матур” 2023 йылдың октябренән “Башҡортостан” полкында. 2024 йылдың башында рядовойҙан рота замполиты була, һөжүмдәрҙә әүҙем ҡатнаша. Ауыр яралана, бер йыл аяҡҡа баҫа һәм йәнә сафҡа баҫа – быныһында батальон командиры урынбаҫары була.

“Элек Башҡортостанға йылына ике тапҡыр килә инем – Яҡтыкүлдәге тау саңғыһы базаһына бара торғайным. Ә хәҙер бөтә Башҡортостан минең өсөн туғандар. Беҙҙе барыбыҙҙы ла полкта башҡорттар тиҙәр бит. Ғөмүмән, беҙҙең милләттәребеҙ күп, хатта тубалар егете хеҙмәт итте – ул аҙ һанлы төрки халыҡ. Ләкин беҙ барыбыҙ ҙа рустар, бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлайбыҙ”, – ти “Матур”.

Үҙ эшендә командирҙар һәр яугирға иғтибар бүлә.

“Егеттәр радиостанция буйынса алғы һыҙыҡтан тура миңә сыға, туғандары менән бәйләнешкә инә, улар иҫән-һау, тип хәбәр итәм. Туғандарыбыҙ менән шул иҫәптән видео аша ла һөйләшәбеҙ. Беҙгә даими рәүештә яңы йәштәр килә. Тәүге этаптарҙа аңлашылмаусанлыҡтар булһа ла, беҙ һәр саҡ бергәбеҙ. Барыһына ла әйтәм: иртәгә нимә булырын һәм һеҙҙең ғүмер кемдең ҡулында булырын бер кем дә белмәй. Ошо һүҙҙәрҙән һуң егеттәр үҙгәрә. Беренсе алыштан һуң беҙ барыбыҙ ҙа туғандар булып китәбеҙ”, – тип дауам итте замполит.

“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина мартта Өфө журналистары делегацияһының полкта булыуын, унда хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең көсө менән күптән түгел “Фронт подкасы” студияһы эшләй башлауын хәтергә төшөрҙө.

– Был бик шәп һәм профессиональ. Беҙгә һәр яҡлап ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙ һуғышҡанда, беҙҙең төп бурыс – барыһын да объектив яҡтыртыу. Һәм һеҙ – был сылбырҙа бәйләүсе звено, – тип мөрәжәғәт итте ул яугирҙәргә.

“Журналист” һәм “Матур” Башҡортостандың Журналистар союзына һәм шәхсән генераль директор Зөлфиә Рәхмәтуллинаға, Республика мәғлүмәт үҙәге директоры Айнур Дәүләтбәковҡа, Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡовҡа айырым рәхмәт белдерҙе.

“Иңде тойһаң – ул бик ҡәҙерле. Башҡортостан – ышаныслы тыл, һәр яҡлап ярҙам итә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды яугирҙар. – Яңыраҡ подразделениелар уҡыусылар менән телекүпер үткәрҙе. Яугирҙәрҙең нимәне һағыныуы тураһында һорауға беҙ, әлбиттә, йорт ризығы тураһында тип яуап бирҙек. Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың тыуған ере – Өршәкбаш-Карамалы ауылынан 9 ҡап тоҙланған, ҡайнатылған аҙыҡ ебәрҙеләр”, – тине хәрби хеҙмәткәрҙәр.

Бигерәк тә төбәк матбуғатын уҡыу егеттәр өсөн ҙур ҡыуаныс. Нәшриәт йорто даими рәүештә МХО зонаһына яңы сыҡҡан гәзит-журналдарҙың ебәреп тора.

“Һәр номерҙы егеттәргә тапшырабыҙ: ҡайҙа – дрондар, ҡайҙа – ылауҙар менән. Алғы һыҙыҡтағы яугирҙәр өсөн тыуған районында сыҡҡан гәзитте ҡулға алыу – ҙур шатлыҡ”, – ти “Журналист”.

“Башҡортостан” полкы Еңеү көнөн байрам итергә әҙерләнгән: хәрбиҙәр һәйкәлдәрҙе тәртипкә килтергән, өмә үткәргән һәм генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың бюсына сәскәләр һалған.

“Үҙебеҙҙең Еңеү көнө буласаҡ, һәм беҙ уны нисек булдыра алабыҙ, шулай яҡынайтабыҙ!” –  тине хәрби хеҙмәткәрҙәр.

Фото: “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто.

Сығанаҡ: “Молодежная газета” баҫмаһы.

Өфөлә Матбуғат йортонда МХО-нан тәүге онлайн-конференция үтте
Өфөлә Матбуғат йортонда МХО-нан тәүге онлайн-конференция үтте
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас