Өфөнөң «Патриот» паркында кадрҙар программаһы финалсылары, «Башҡортостан геройҙары» МХО ветерандары һәм ҡатнашыусылары өсөн Рәсәйҙең «Белем» йәмғиәте ойошторған лекциялар циклы бара. Сара хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе көндөҙгө уҡытыуҙың өсөнсө модуле сиктәрендә уҙҙы.
«Белем» йәмғиәте лекторы, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина тыңлаусылар өсөн ижади кисә үткәрҙе. Башҡорт шағирәһе, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре, журналист Рәсәй армияһы һалдаттарына арналған китаптар яҙа. Уның шәхси башланғысы менән «Аҡбуҙат» журналының сығарылыштары баҫылып сығып, Донецк һәм Луганск Халыҡ республикалары биләмәләренә килтерелде. Журналда әкиәттәр, башҡорт легендалары һәм халыҡтар дуҫлығы тураһында материалдар тупланған.
«Ошо осрашыу йөрәктә оҙаҡҡа ҡалды. Мин махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә шиғырҙар уҡыным һәм уларҙың күҙҙәренә ҡараным. Уларҙың көслө, арыған, әммә шундай ысын булыуын күрҙем. Был ҡараштарҙа шул тиклем ҡыйыулыҡ, ни кисергәндәре сағыла, шул тиклем яҡты, тәрән кешелекле улар. Уларға ҡарап, һалдаттарыбыҙ, уларҙың ныҡлығы һәм көслө ихтыяры өсөн ғорурландым. Тап улар бөгөн иң мөһиме – Тыуған илен, йортобоҙҙо, тыныс күк йөҙө аҫтында йәшәү мөмкинлеген һаҡлай», – тине Лариса Абдуллина.
Осрашыу барышында «Хыялдар», «Позывной «Башҡорт», «Мин һиңә өс һүҙ яҙам», «Батырлыҡ өсөн», «Яратам», «Яугир әсәһе» шиғырҙары, «Азамат ҡайта ауылға» балалар шиғриәтенән шиғырҙар яңғыраны.
«Беҙ оҙаҡ һөйләштек. Егеттәр һорауҙар бирҙе, уйҙары менән уртаҡлашты, һәм мин уларҙың шиғырҙарҙы тыңлауҙарын тойҙом. Бындай мәлдәрҙә айырыуса төшөнәһең: һәр һүҙең ғәҙел, ысын, артыҡ пафосһыҙ булырға тейеш. Сөнки алдыңда тормоштоң һәм дөрөҫлөктөң ҡәҙерен белгәндәр тора», – тип һөйләне «Белем» йәмғиәтенең лекторы.
Тап улар – көслө, һынауҙарҙа сыныҡҡандар – үҙен илһамландырҙы, тип билдәләне ул. Лариса Абдуллина егеттәргә шиғриәт кисәһе бүләк итергә осрашыуға барып, үҙе унан илһамға тулышып сығыуын һөйләне.
«Ир-егеттәребеҙҙә шул тиклем эске яҡтылыҡ, тыныс дәрәжә һәм ысын көс бар. Был көс Тыуған илгә һөйөүҙән, уның хаҡына аҙағынаса торорға әҙерлектән тыуа. Уларға ҡарап, ысын илһөйәрлек – ул көслө һүҙҙәр түгел, ә тыныс батырлыҡ икәнлеген аңлайһың», – тине Лариса Абдуллина.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, 2025 йылдың февралендә республика кадрҙар программаһын ғәмәлгә индерергә тәҡдим итеү башланғысы менән сығып, «Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашыусыларҙың бурысы – уҡытыу, стажировка һәм остаздар менән эшләү барышында алған бөтә мәғлүмәтте мөмкин тиклем күберәк һеңдереү тип айырып әйтте. Һуңынан ошо белемгә, шулай уҡ үҙеңдең хәрби тәжрибәңә таянып, яңы етәкселәр әҙерләү өсөн республиканың идара итеү командаһында эшләй башларға кәрәклеген белдерҙе.
***
«Белем» – илдәге иң ҙур заманса белем биреү ойошмаһы, ул йыл һайын бөтә Рәсәй буйлап йәштәр өсөн йөҙҙәрсә сара уҙғара: мәҙәниәт, сәнғәт, фән, тарих өлкәһендәге меңдәрсә күренекле кешеләрҙең сығыштарын ойоштора, ғилми ярыштар, конкурстар, викториналар уҙғара, фильмдар төшөрә һәм лекторҙарға үҙ аудиторияһын табырға ярҙам итә.
Яңынан эшләй башлағандан алып «Белем» йәмғиәтенең лекторҙар берләшмәһе 32 меңдән ашыу кешене берләштергән. Улар Рәсәй Федерацияһының 89 төбәгендә 200 меңдән ашыу лекция уҡыған. Төрлө темалар: фән, технологиялар, йыһан, мәҙәниәт һәм сәнғәт, тарих, медицина, спорт һәм башҡалар буйынса 8100 сәғәтлек мәғлүмәт контенты булдырылған. «Белем» мәғрифәтселек сараларынан онлайн-трансляциялар, шулай уҡ видеоконтент 2,5 миллиардтан ашыу кеше ҡараған.
Фото: «Белем» йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе.