Был ҡорамал республика Журналистар союзының махсус хәрби операцияға мобилизацияланған киң мәғлүмәт саралары өлкәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн йыйған аҡсаһына һатып алынған. Аҡса йыйыу былтыр октябрҙә башлағайны. Матбуғат агентлығы етәксеһе Максим Ульчев был башланғысты хупланы һәм коллегаларын, республика халҡын үҙ өлөшөн индерергә саҡырҙы. “Халыҡ фронты. Барыһы ла еңеү өсөн” хәйриә фонды хәл иткес өлөш керетте.
Артур 2022 йылдың сентябрендә мобилизацияланды. Башҡа журналистар менән бергә хеҙмәт итә. Уларҙың батальоны 2025 йыл йомғаҡтары буйынса әҙерлек һәм яйға һалынғанлыҡ буйынса иң яҡшыһы тип танылды. Хәҙер Артур отпускыла, ғаиләһе янында.
“Уның аша ҡиммәтле посылканы “таҫма артына” тапшыра алыуыма шатмын. Ул еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итһен. Беҙ иһә үҙ яғыбыҙҙан ярҙам күрһәтеүҙе дауам итербеҙ. Бөтәһен дә республика Журналистар союзы башланғысына ҡушылырға саҡырам: барыһы ла Еңеү өсөн! Һәр кемгә үҙенән, дөйөм маҡсатыбыҙ өсөн бөтәһен дә эшләнемме, тип һорарға ваҡыт етте”, – тине Максим Владимирович.
“Квадрокоптерҙар яугирҙәребеҙҙә иң талап ителгән әйберҙәрҙең береһе булып ҡала. Бындай ҡорамалға ихтыяждар көн һайын тиерлек килеп тора. Хаҡы юғары булыуға ҡарамаҫтан, был, асылда, сығым материалы: ялан шарттарында техника тиҙ арала сафтан сыға. Әммә тап улар хәрби бурыстарҙы үтәргә ярҙам итә, подразделениеларҙың хәүефһеҙлеген арттыра һәм егеттәребеҙҙең ғүмерен ҡотҡара”, – тине Башҡортостан Республикаһындағы “Халыҡ фронты” башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин.
“Дошман йоҡламай. Шуға күрә беҙҙең “ҡоштар” һауала даими торорға тейеш. МХО-ла был беҙҙең күҙҙәребеҙ, айырыуса бәйләнеш булмағанда, – ти Артур. – Өфөләге коллегаларыбыҙ менән даими бәйләнештәбеҙ. Һәр саҡ ҡорамалдар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр һатып алыу мәсьәләләрендә ярҙам итәләр. Ваҡыты-ваҡыты менән үҙҙәре лә килә. Уҙған йылда медпункт төҙөүгә материалдар, дарыуҙар килтерҙеләр. Журналистар берләшмәһе коллегаларына алғы һыҙыҡта ярҙам итә”.
БР Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов әйтеүенсә, был берекмәнең МХО-ла хеҙмәт итеүсе коллегаларына тапшырылған дүртенсе дрон. Аҡса йыйыу дауам итә. Бынан тыш, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто журналистар йыйған гуманитар йөктәрҙе махсус хәрби операция зонаһына даими оҙатып тора.
Фото: Альберт Заһиров.