Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
6 Февраль , 22:29

Снайперҙан пилотһыҙ осоу аппараты инструкторына тиклем

2023 йылда, пилотһыҙ аппараттарҙы алғы һыҙыҡта ҡулланыу киң таралғас, «Өфө» позывнойлы Алгис Кәримов яңы һөнәр үҙләштерергә теләүселәр рәтендә була.

Снайперҙан пилотһыҙ осоу аппараты инструкторына тиклем
Снайперҙан пилотһыҙ осоу аппараты инструкторына тиклем

Ул саҡта операторҙарҙың штат вазифалары булмай, яугирҙәр үҙҙәре инициатива күрһәтә.

«Мин өлкән разведчик-снайпер булып хеҙмәт иттем, әммә пилотһыҙ аппараттар менән эшләнем. Телефонға FPV-дроны симуляторы ҡушымтаһын ҡуйып, күнекмәләр үттем. Тылға уҡыу үҙәгенә килгәс, инструктор мине пульт артына ултыртты, нисек осоуымды ҡараны һәм: «Һин әҙер инде», - тине. Тәүге көндә үк мин дронды һауаға күтәрҙем», - тип хәтерләй Алгис.

Алгис Кәримовтың снайперҙан БПЛА инструкторы булып китеүе хаҡында «Красная звезда» хәбәрсеһе Сергей Черновтың мәҡәләһендә уҡығыҙ.

Сығанаҡ: https://t.me/mod_russia/60918 

Автор: Айдар Нугаманов
Читайте нас