– Республикабыҙ лидеры менән һоҡланыуҙан туҡтамайым! Белемле, аҡыллы, тәжрибәле һәм, иң мөһиме, ихлас етәксе ул Радий Хәбиров.
Бөгөнгө Мөрәжәғәтнамәһен ул быйылға ҡуйылған төп бурыстан башланы – БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН! Радий Фәрит улы тағы ла бер тапҡыр, беҙҙең өсөн, Башҡортостан һәм ил халҡы өсөн, иң мөһиме – ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм төп бурыс – МХО-ға булышлыҡ итеү, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Дүртенсе йыл көткән МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн бындай яҡлау һүҙҙәрен ишетеү бик ҡыуаныслы.
Бөтә райондарҙа ла МХО яугирҙәре һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам үҙәктәрен булдырыу яҡшы буласаҡ. Сөнки барыһының да Өфөгә барыу мөмкинлеге юҡ. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың яҡындары һәм яугирҙәр үҙҙәре лә теләгән ваҡытта урындағы үҙәккә килеп, үҙ мәсьәләләрен хәл итә ала.
Бөгөн иң киҫкен мәсьәлә – хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәребеҙ. Яҡын кешең менән ни булғанын, ниңә уның бәйләнешкә сыҡмауын белмәү бик ҡыйын һәм ауыр... Республикала хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙе эҙләү буйынса даими эшләүсе төркөм ойоштороу ғаиләләргә яҡындарын табырға ярҙам итәсәк.
Махсус хәрби операцияға ҡағылышлы бурыстар менән бер рәттән, башҡа бурыстар, пландар ҙа билдәләнде, уларҙы йыл дауамында хәл итеп, Радий Хәбиров етәкселегендә районыбыҙ һәм республикабыҙ мәнфәғәтенә эшләйәсәкбеҙ, – тип хәбәр итте Илнара Урал ҡыҙы.