Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
29 Ғинуар , 21:24

Автомат урынына джойстик

Башҡортостанда БПЛА ғәскәрҙәрендә нисек хеҙмәт итәләр

Автомат урынына джойстик
Автомат урынына джойстик

Башҡортостанда яңы төр ғәскәрҙәр – пилотһыҙ системалар подразделениеларына контракт хеҙмәтенә ҡабул итеү дауам итә. Улар былтыр йыл аҙағында ойошторолдо һәм иң технологик, талап ителгәндәрҙең береһе булып иҫәпләнә.

Хәрби хәрәкәттәр ветераны Илья Макаров тәүгеләрҙән булып МХО зонаһында дрондар ҡуллана башлай. Ул үҙ ирке менән алғы һыҙыҡҡа юлланып, пилотһыҙ осоу объективы аша «алышты күрергә» өйрәнә.

Хәҙер Илья башҡаларға ярҙам итә. Яҡташыбыҙ хәрби комиссариатта эшләй, буласаҡ контрактсыларға кәңәштәр бирә, документтар әҙерләй. Уның һүҙҙәренсә, дрондар махсус хәрби операцияла киң файҙаланыла, сөнки улар төҙәп атыу мөмкинлеген арттыра, оборонаны көсәйтә һәм хеҙмәтте хәүефһеҙерәк итә.

БПЛА операторҙарын әҙерләү ике ай дауамында махсус уҡыу үҙәгендә ойошторола. Оборона министрлығы менән контракт яугирҙе уның ризалығынан тыш икенсе вазифаға күсермәүҙәрен гарантиялай. Хеҙмәттең һөҙөмтәлелеге өсөн барлыҡ льготалар һәм премиялар ҡаралған.

Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефон: 122.

Автор: Айдар Нугаманов
Читайте нас