Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
13 Ғинуар , 18:07

Башҡортостан Башлығында – ҡунаҡта

Радий Хәбиров Салауат районынан махсус хәрби операция офицеры Рөстәм Сафин һәм уның ғаиләһе менән осрашты

Башҡортостан Башлығында – ҡунаҡта
Башҡортостан Башлығында – ҡунаҡта

Был осрашыу 2025 йылдың ноябрендә Башҡортостан Башлығы менән үткән Тура бәйләнештең дауамы булды. Уның барышында Радий Хәбиров яугир менән ялға ҡайтҡан ваҡытында осрашырға вәғәҙә биргәйне.

Осрашыу мәлендә гвардия лейтенанты Рөстәм Сафин (позывнойы – “Сельсовет”) республика етәксеһенә МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Радий Фәрит улы, үҙ сиратында, балаларға бүләктәр тапшырҙы, хәрби хеҙмәткәрҙең батырлығын билдәләп, ғаиләһенә ныҡлы һаулыҡ, яңы уңыштар теләне.

– Ысынлап та, бик матур ғаилә – өс бала, тормош иптәше ҙур абруй менән файҙалана, бөгөн ул ауыл советына етәкселек итә. Рөстәм үҙе механик-водителдән алып офицерға, танкыға ҡаршы взвод командирына тиклем ҙур юл үткән. Ул яҡты һәм көслө кеше булып ҡала. Бөтә яугирҙәребеҙ ҙә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, – тип изге теләктәрен еткерҙе Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Миәшәгәр ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Сафин 2022 йылда үҙ ирке менән МХО-ға китергә ҡарар итә. Ул бөгөн Рәсәй Геройы А. Доставалов исемендәге батальондың танкыға ҡаршы взводы командиры булып хеҙмәт итә. Ә Рөстәм Фәнис улының тормош иптәше, күп балалы әсә Илнара Урал ҡыҙы ауыл биләмәһе хакимиәтенә етәкселек итә. 2024 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин уны “Халҡыңа хеҙмәт итеү” Бөтә Рәсәй муниципаль премияһы менән бүләкләне.

Рөстәм һәм Илнара Сафиндар өс бала үҫтерә. Улдары Илсаф Өфөлә Республика инженерлыҡ лицей-интернатында 11-се класта уҡый. Ҡыҙҙары Дилара Янғантау урта мәктәбендә – 8-се класта, кесе улдары Искәндәр Миәшәгәр төп мәктәбендә 1-се класта белем ала.

– Осрашыуға саҡырыуҙарына шатбыҙ. Ул йылы мөхиттә үтте. Радий Фәрит улы балаларҙы үҙенең эш бүлмәһе менән таныштырҙы, иремдең хеҙмәте менән ҡыҙыҡһынды. Рөстәм осрашыуҙан һуң үҙенең хеҙмәт иткән еренә юлланды. Беҙ бөтәбеҙ ҙә уның еңеү менән ҡатыуын көтәбеҙ, – тип хәбәр итте осрашыу тураһында Илнара Сафина.       

Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан Башлығында – ҡунаҡта
Башҡортостан Башлығында – ҡунаҡта
Башҡортостан Башлығында – ҡунаҡта
Башҡортостан Башлығында – ҡунаҡта
Башҡортостан Башлығында – ҡунаҡта
Башҡортостан Башлығында – ҡунаҡта
Автор: Айдар Нугаманов
Читайте нас