Дин әһелдәре Хәмзә Хафизов һәм Виктор Иванов йәнә МХО зонаһына килде. Улар үҙҙәре гуманитар ярҙамды илтеп бирҙе. Беренсе кәрәк-яраҡ предметтарынан, йылы кейемдәрҙән һәм башҡа бик күп нәмәләрҙән тыш, яугирҙәргә Яңы йыл бүләктәре тапшырылды. Мәҫәлән, "Айыу" хәрби ҡушаматлы һалдатҡа һәм уның иптәштәренә ҡаҙ килтергәндәр.
- Һин штурмда тораһың, йүнләп йыуынырлыҡ түгел һәм ял итмәйһең, - тип мөрәжәғәт итте бөтә хәрбиҙәргә Хафизов. - Беҙ отец Виктор (протоиерей Виктор Иванов - ред. иҫкәрмәһе) менән тап шулай һеҙҙең менән осрашырға һәм ҡаҙҙы Яңы йылға тапшырырға теләнек. Хоҙай насип итеп, Яңы йылдан һуң осрашырбыҙ. Киләсәктә лә ныҡлы сәләмәтлек теләйем! Кире әйләнеп ҡайтығыҙ, имандаштар, иҫән-һау булығыҙ! Амин!
Алһыу МУЛЛӘХМӘТОВА.
Автор видеоһы.