Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
18 Декабрь 2025, 21:04

Башҡортостан яугирҙәренә гуманитар ярҙам алып барылды

Борай районынан яҡташтары хәрбиҙәргә кәрәкле әйберҙәр килтерҙе.

Башҡортостан яугирҙәренә гуманитар ярҙам алып барылды
Башҡортостан яугирҙәренә гуманитар ярҙам алып барылды

Махсус хәрби операция зонаһына Башҡортостандан гуманитар ярҙам илтеп тапшырылды. Атап әйткәндә, яугирҙәргә Борай районы хакимиәтенең мобилизация әҙерлеге буйынса секторы мөдире Ирек Сәйетғәлиев килде.

- Егеттәр беҙҙе көтә, уларҙың ихтыяжы буйынса гуманитар ярҙам әҙерләйбеҙ. Улар - тәүге кәрәк-яраҡ предметтары, туғандарынан шәхси посылкалар, йылы әйберҙәр. Беҙ ҡулыбыҙҙан килгәнсе барыһына ла ярҙам итергә тырышабыҙ. Беҙҙең эш бик мөһим - күмәк көс менән еңеүҙе яҡынайтабыҙ, яугирҙәр өсөн өйҙән ярҙам баһалап бөткөһөҙ, - тип билдәләне Сәйетғәлиев.

Алһыу МУЛЛӘХМӘТОВА.

Автор фотоһы.

"Молодежная газета".

Автор:
Читайте нас