Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
28 Октябрь 2025, 15:26

Яугир тыуған яғына ҡайтты

Салауат районында йәшәүсе “Кузнец” позывнойлы яугир тыуған яғына ялға ҡайтып китте

Яугир тыуған яғына ҡайтты
Яугир тыуған яғына ҡайтты

Салауат районында йәшәүсе “Кузнец” позывнойлы яугир тыуған яғына ялға ҡайтып китте. Контрактҡа ҡул ҡуйылғанға тиклем ул МХО-ға гуманитар ярҙам даими алып бара. Хәҙер ул  медицина ротаһында водитель булып хеҙмәт итә. Яралыларҙы госпиталгә һәм табиптар комиссияһына алып бара, ҡайһы берҙә яралыларҙы эвакуациялауға ла йөрөй.

Уның ҡатыны Илүсә яҡташыбыҙҙың ғаиләһе менән ял итеүен һөйләне. Улар бергәләп Шишмә районына Турахан мавзолейына барған, Ырымбурҙа булған. "Кузнец" шулай уҡ туғандары, дуҫтары һәм коллегалары менән осрашҡан.  

Әйткәндәй, “Кузнец” МХО-ға 11 тапҡыр гуманитар йөк алып барҙы. Ул шулай уҡ гуманитар ярҙам йыйыуҙа һәм күсмә мунсалар төҙөүҙә әүҙем ҡатнашты. Үҙ эшмәкәрлеге өсөн ул “Махсус хәрби операцияға булышлыҡ иткәне өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.

Автор: Лиана Валиуллина
Читайте нас