“Сельсовет” 2022 йылда, ауыл биләмәһе башлығы вазифаһынан китеп, үҙ теләге менән МХО-ға юллана. Ул Доставалов исемендәге батальонда алғы һыҙыҡта йөрөй. Хәҙер офицер булараҡ, взвод командиры булып хеҙмәт итә.
Ҡыҫҡа ваҡытлы ял ваҡытында яугир туғандарын һәм яҡындарын күрҙе, мәктәптә уҡыусылар менән аралашты. Шулай уҡ “Сельсовет” үткәргән Батырлыҡ дәресе күптәргә фәһемле булды. Ул МХО-ға киткәненә үкенмәүен белдерҙе. Фашистар беҙҙең сиктәрҙә тәртипһеҙлек ҡылғанда, Донбасстың тыныс халҡы ғазап сиккәндә, ул ситтә тороп ҡала алмауын әйтте. Яугир Рәсәй Федерацияһының бөтә яңы биләмәләрен тиерлек урап үткән. Ул Запорожье, Херсон өлкәләрендә, Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында булған.
– Алғы һыҙыҡта һәр ваҡыт уяу булырға тура килә. Хәҙерге заман хәрби хәрәкәттәре дрон ярҙамында алып барыла, шуға күрә беҙҙең яугирҙәр аяҡ аҫтына түгел, ә күккә ҡарарға күнеккән. Һалдаттарҙың тәьминәте яҡшы, башлыса улар бер нәмәгә лә мохтаж түгел. МХО-ға өйҙән, тыуған республиканан, райондан килгән гуманитар ярҙам ҙур булышлыҡ итә, – тип һөйләне “Сельсовет”. – Беҙҙе окоп шәмдәре һәм балаларҙың хаттары йылыта. Уларҙа иң изге теләктәр һәм яугирҙәребеҙгә, уларҙың хаҡ эшенә һәм дөйөм Еңеүебеҙгә сикһеҙ ышаныс бар.