Малаяҙ ауылы егете Рәмил Хәйруллин 143-сө гвардия мотоуҡсылар полкы составында махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Яугир “Башҡорт” позывнойын йөрөтә.
Рәмил атаһы, өләсәһе һәм апалары тәрбиәһендә үҫә. Малаяҙ башҡорт гимназияһында 9 класс уҡып, Дыуан күп профилле колледжы филиалын тамамлай. 2023 йылдың йәйендә әрмегә алына, артабан хеҙмәтен контракт буйынса дауам итә. Йәш һалдат МХО биләмәһендә лайыҡлы хеҙмәт итә. Быны уның атаһына полк командиры юллаған Рәхмәт хаты дәлилләй.
“Хөрмәтле Рәфис Әлтәф улы! Һеҙҙең улығыҙ – рядовой Хәйруллин Рәмил Ватанды һаҡлау буйынса бурысын лайыҡлы үтәй, хәрби һәм махсус заданиеларҙа тырышлыҡ, ныҡышмалыҡ, оҫталыҡ күрһәтә. Хеҙмәттәштәре һәм командирҙары араһында, юғары әхлаҡи сифаттар, хәрби туғанлыҡ, бурыс, намыҫҡа тоғролоҡ өлгөһө булараҡ, ихтирам һәм абруй менән файҙалана. Ул киләсәктә лә бурыстарҙы уңышлы үтәр, өлкән быуындың данлы традицияларын һаҡлар һәм арттырыр, тип ышанам. Һеҙгә улығыҙҙы тәрбиәләүегеҙ өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм. Һеҙ намыҫлы һәм әҙәпле кеше, ысын ир, Рәсәйҙең ышаныслы яҡлаусыһын үҫтергәнһегеҙ. Улығыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ”, – тип яҙған 143-сө полк командиры, Рәсәй Федерацияһы Геройы, полковник Л. Пашкевич.
Яугирҙең атаһы Рәфис Хәйруллин да хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан, ул – беренсе чечен һуғышы ветераны. Хәҙер улы ла, уның хәрби юлын дауам итеп, Тыуған ил һағына баҫҡан. 25 августа Рәмилгә 21 йәш тулды. Яҡындары әйтеүенсә, ул баҫалҡы, изге күңелле егет. Алғы һыҙыҡта йөрөһә лә, элемтә булғанда, өйҙәгеләргә шылтыратып, хәлен белдереп тора. Йәш яугирҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын атаһы, өләсәһе Мәҡсүдә, туғандары көтә. Яҡташыбыҙға еңел булмаған хеҙмәтендә уңыштар теләйбеҙ!
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөү мәсьәләһе буйынса 117, 122 йәки 8(347) 218-19-19 телефон һандары аша, шулай уҡ “Минең документтарым” күп функциялы үҙәк офисына мөрәжәғәт итергә була. Һайлап алыу пункты номеры: 8(347) 248-29-31. Махсус хәрби операция зонаһында контракт хеҙмәте, хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында һорауҙарға яуаптар башбат.рф сайтында, телеграм чат-ботында (t.me/contractRBBot) бар. Салауат районында ирекле батальондар ойоштороу штабына түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин: Малаяҙ ауылы, СССР-ҙың 60 йыллығы урамы, 5-се йорт (Салауат ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһының 2-се ҡаты), телефондар: 8(987)592-70-59, 8 (903) 310-71-72.