Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
27 Август 2025, 17:36

Өфөлә МХО яугире Ольга Кормухина менән осрашты

Бөгөн Өфөлә Армия мәҙәниәте көндәренә арналған «Геройҙар ваҡыты» конкурсының финалы үтте. Артистар үҙҙәренең ижадын күрһәтеүҙән тыш, билдәле йырсы, конкурстың жюри рәйесе Ольга Кормухина менән дә аралаша алды.

Өфөлә МХО яугире Ольга Кормухина менән осрашты
Өфөлә МХО яугире Ольга Кормухина менән осрашты

Ижади ярышта ҡатнашыусылар араһында Мәскәүҙән МХО яугире Александр Сергеев та булды. Ул – РФ Ҡораллы көстәренең ғәмәлдәге хәрби хеҙмәткәре. «Беҙ геройҙар түгел» йыры менән Александр «Геройҙар ваҡыты»ның ярымфиналына сыҡты.

– Ставрополдәге һауа-десант ғәскәрҙәре, 247-се десант-штурм кавказ казак полкы исеменән сығыш яһаным. Мин автор-башҡарыусы, композитор, фронттағы егеттәр өсөн йырҙар һәм музыка яҙам. Ә Ольга Борисовна беҙҙең полктың разведка ротаһына гуманитар ярҙам һәм үҙенең ижады менән булышлыҡ итә. Уның менән тағы осрашып, Өфөлә аралашыу бик күңелле булды, – тип уртаҡлашты яугир.

Фото: фестивалдең матбуғат хеҙмәте.

Автор: Айдар Нугаманов
Читайте нас