

“Махсус хәрби операция зонаһында улығыҙ юғары шәхси профессионализм, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтте, хеҙмәттәштәре, командирҙары араһында ихтирам һәм абруй ҡаҙанды. Һеҙҙең улығыҙ, кесе сержант, Тыуған илебеҙ – бөйөк Рәсәйҙең ысын һаҡсыһы”, – тип яҙған мотоуҡсылар бригадаһы командиры.
Егет ауылда фермер хужалығында шофер була, Мәскәүҙә лә эшләй. 2022 йылдың мартынан алып МХО биләмәһендә йөрөй. Унда водитель булып хеҙмәт итә. Яраланып дауаланғандан һуң, яңынан сафҡа баҫа. Отпускыға ҡайтҡанда, өйләнә, хәҙер иһә уларҙың ҡатыны менән 10 айлыҡ ҡыҙы үҫә.
31 йәшлек яугир Изге Георгий орденының отличие билдәһе – IV дәрәжә Георгий тәреһе, генерал Шайморатов һәм “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалдары менән бүләкләнгән.
Шәрип ауылында йәшәгән Валерий һәм Гөлназ Ниғмәтуллиндар дүрт бала: ике ул һәм ике ҡыҙ үҫтергән. Улар улдарының ҡаһарманлығы менән ғорурлана, уның иҫән-һау ҡайтыуын көтә.
РФ Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләүселәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы берҙәм белешмә номеры – 117, Ситуация үҙәге – 122 йәки 8(347) 218-19-19, шулай уҡ Күп функциялы үҙәк офистарында бирә ала. Һайлап алыу пункты номеры: 8(347) 248-29-31.
МХО биләмәһендә контракт хеҙмәте, хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында мәғлүмәтте башбат.рф сайтында, Телеграмдағы чат-боттарҙан алырға мөмкин. Контракт буйынса хеҙмәт итеү шарттары тураһында йәшәгән урын буйынса хәрби комиссариатта, Башҡортостандың контракт буйынса һайлап алыу пунктында (Өфө, Революция урамы, 156), шулай уҡ "Защитник" берҙәм үҙәгендә (Өфө, Элеватор урамы, 15) белергә була.
Салауат районында контракт буйынса хәрби хеҙмәт мәсьәләһе менән Малаяҙ ауылы, СССР-ҙың 60 йыллығы урамы, 5-се йорт адресы буйынса ирекле батальондар ойоштороу штабына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Телефондары: 8 (987) 592-70-59; 8 (903) 310-71-72.