

Батыр һалдат тәрбиәләп үҫтергән әсә Фәнирә Ғәлиуллина улы тураһында ғорурланып һөйләне. Илмирҙе Бишәүҙәр ауылынан Бозамир Әнсәр улы һәм Фәнирә Нурулла ҡыҙы 7 йәштән үҙ ҡанаты аҫтына алған.
– Нәсибаш ауылындағы элекке социаль-реабилитация үҙәгенән алып ҡайттыҡ уны. Үҙ балабыҙҙай ҡарап үҫтерҙек. Ҡатау-Тамаҡ индустриаль-технологик техникумында уҡып, электр-газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәрен алды. 2019 йылда әрмегә хеҙмәт итергә китеп, унда контракт менән ҡалды, – тине Фәнирә Нурулла ҡыҙы.
Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итеп йөрөгән егет махсус хәрби операция башланғас, тәүгеләрҙән булып унда юллана. Штурмлау төркөмө бүлексәһе командиры булып хеҙмәт итә. Ике тапҡыр снаряд ярсығына яралана. Быйыл апрелдә отпускыла булып киткән.
25 йәшлек яугир, Илмир Әмирхан улы Самиҡов, Георгий Жуков миҙалы, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “Хәрби хеҙмәттә күрһәткән батырлығы өсөн”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалдары менән бүләкләнгән. Хәрби наградаларына тағы “Батырлыҡ өсөн” (“За отвагу”) миҙалы ла өҫтәлде. Яугир яҡташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ, уның имен-аман йөрөп ҡайтыуын теләйбеҙ!
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, РФ Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләүселәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы берҙәм белешмә номеры – 117, Ситуация үҙәге – 122 йәки 8(347) 218-19-19, шулай уҡ Күп функциялы үҙәк офистарында бирә ала. Һайлап алыу пункты номеры: 8(347) 248-29-31.
МХО биләмәһендә контракт хеҙмәте, хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында мәғлүмәтте башбат.рф сайтында, Телеграмдағы чат-боттарҙан алырға мөмкин. Контракт буйынса хеҙмәт итеү шарттары тураһында йәшәгән урын буйынса хәрби комиссариатта, Башҡортостандың контракт буйынса һайлап алыу пунктында (Өфө, Революция урамы, 156), шулай уҡ “Защитник” берҙәм үҙәгендә (Өфө, Элеватор урамы, 15) белергә була.
Салауат районында контракт буйынса хәрби хеҙмәт мәсьәләһе менән Малаяҙ ауылы, СССР-ҙың 60 йыллығы урамы, 5-се йорт, адресы буйынса ирекле батальондар ойоштороу штабына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Телефондары: 8 (987) 592-70-59; 8 (903) 310-71-72.