

Конгресс-холдың овал залында "Ватан көсө – Сила Отечества" форумы ситкәрендә Ирҙәр клубының "Занятость СВОих" тигән беренсе ултырышы үтте. Клубтың ойоштороусыһы – "Рәсәй эше" кадрҙар үҙәге.
Ултырыштың модераторы булып Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Ридан Рафиҡ улы Әхйәмов ҡатнашты.
"МХО-нан һуң өйгә ҡайтҡас, ышаныс тойоу, ҡайҙа ярҙам эҙләргә кәрәклеген белеү мөһим. 2025 йылдан мәшғүллек тураһында яңы закон ғәмәлдә, унда тәүге тапҡыр МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына өҫтөнлөклө ярҙам күрһәтелә. Кадрҙар үҙәктәре яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә психологик ярҙам күрһәтергә, һөнәри йүнәлеш диагностикаһын үткәрергә, яңы һөнәргә ҡайтанан уҡытырға, эш табырға йәки дәүләт ярҙамы менән үҙ бизнесын асырға ярҙам итергә әҙер", – тине Ридан Рафиҡ улы.
Кадрҙар үҙәктәре клиенттарына ярҙам "бер тәҙрә" принцибы буйынса башҡарыла – бөтә хеҙмәттәр һәм консультациялар бер урында. Шуны билдәләп үтәйек: республиканың мәшғүллек хеҙмәте МХО-нан ҡайтҡан яугирҙәрҙе эшкә урынлаштырырға әҙер булған эш биреүселәрҙең айырым реестрын алып бара.