Барыһы ла Еңеү өсөн
25 Апрель 2025, 12:45

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә янғын хәбәрсеһе бирелә

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре республика бюджеты иҫәбенә автономлы янғын хәбәр иткестәрен алырға хоҡуҡлы граждандарҙың льготалы категориялары исемлегенә индерелгән.

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә янғын хәбәрсеһе биреләБашҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә янғын хәбәрсеһе бирелә
Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә янғын хәбәрсеһе бирелә

Башҡортостанда янғын тураһында хәбәр итеүселәр 15 льготалы категория кешеләргә бирелә, тип иҫкә төшөрҙө республика Премьер-министры Андрей Назаров Хөкүмәт ултырыштарының береһендә. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты тәҡдиме буйынса уларға тағы бер категорияны - яугирҙар ғаиләләрен өҫтәү тураһында ҡарар ҡабул ителде, тип яҙа "Республика Башкортостан" гәзите.

Әлегә тиклем янғын хәбәрсеһен алыу хоҡуғына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ғына эйә ине, ә хәрбиҙәрҙең ғаиләләре льготалылар иҫәбенә инмәне. Ошоноң менән бәйле дәүләт комитеты "Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре" тигән яңы льготалы категория индереү тураһында ҡарар проектын әҙерләне, ул Ватанды һаҡлаусылар йылы, МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы сараларын тормошҡа ашырыуҙың бер өлөшө буласаҡ, тип билдәләй республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Программа ғәмәлдә булған осорҙа республика халҡына 665 меңдән ашыу янғын һүндереү мини-сиренаһы бушлай бирелгән, улар 1,2 меңдән ашыу кешене ҡотҡарған.

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас