Быға сараларҙың комплекслы һәм системалы булыуы арҡаһында өлгәшелде, тип билдәләй эксперттар. Радий Хәбиров етәкселегендәге идара итеү командаһы эште һөҙөмтәле ойоштора алды. Асылда, республикабыҙ тәжрибәһен башҡаларға өлгө итеп ҡуялар.
«Башҡортостан үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай» саҡырыуы күптән инде киң таралды. Фронт яугирҙәре Башҡортостандың үҙ егеттәре хаҡында хәстәрлек күреүен, һәр ваҡыт кәрәкле әйберҙәр туплап гуманитар ярҙам ебәреүен белә, ә уларҙың ғаиләләре бер нимәгә лә мохтаж түгел. Күп кенә хәрби хәбәрселәр, Башҡортостандың фронтҡа һәм яугирҙәргә ярҙамы – илдә иң яҡшыларҙың береһе, тип билдәләй. Беҙ тәүгеләрҙән булып 2022 йылда гумконвой ебәрҙек, ә бөгөнгә уларҙың һаны 144-кә етте. Бынан тыш, бөтә республиканан предприятиелар, муниципалитеттар, битараф булмаған кешеләр алғы һыҙыҡҡа кәрәкле посылкалар ебәрә. Барлыҡ район башлыҡтары Донбассҡа барып, яҡташтарының хәл-әхүәлен белешеп тора. Башҡортостан гуманитар ярҙам ташыуҙың үҙ системаһын булдырған: Луганск Халыҡ Республикаһында беҙҙең логистик үҙәк эшләй, алып барылған ярҙам заявкаларға һәм ихтыяжға ярашлы бүленә.
Беҙҙең табиптар сиратлап хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға ла, урындағы халыҡҡа ла ярҙам итергә бара, унда хатта теш дауалау өсөн заманса стоматология модуле алып барылған. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар отрядтары МХО биләмәһендәге хәрби госпиталдәрҙә яралыларҙы ҡарарға ярҙам итә.
Бында, тылда, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн 40-тан ашыу ярҙам сараһы булдырылған, улар иҫәбендә – шифаханаларҙа бушлай дауаланыу, балаларға белем биреү, ҡайһы бер һалымдарҙан азат итеү, көнкүреш проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам һәм башҡалар. Бер генә хәрбиҙең дә ғаиләһе иғтибарһыҙ ҡалмаған.
Радий Хәбиров был процесты үҙе контролдә тота, ул бер нисә тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһенә барҙы, алғы һыҙыҡта булды, яугирҙәрҙең шатлыҡ-хәсрәттәре тураһында белеү өсөн улар менән даими аралаша.
Башҡортостан контракт хеҙмәтенә ҡабул итеүҙе ойоштороу һәм халыҡ менән патриотик һәм аңлатыу эштәре алып барыу буйынса өлгө булып тора. Мобилизация әҙерлеген яҡшы ойоштороу буталсыҡҡа юл ҡуймаҫҡа ярҙам итте, ә һуңынан республикабыҙ илебеҙҙе яҡларға әҙер булыуын эш менән иҫбатланы. Республикала доброволецтар иҫәбенә хәҙер инде билдәлелек яулаған Салауат Юлаев, генерал Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальондары, һуңынан «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы ойошторолдо. Республиканан доброволецтар ағымы бөгөнгәсә туҡтамай.
Республикала МХО-ла ҡатнашыусыларҙың тыныс тормошҡа яраҡлашыу системаһы әүҙем үҫтерелә. Был йүнәлештә «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы ҙур эш башҡара. «Геройҙар ваҡыты» федераль проекты өлгөһөнә эйәреп, республикабыҙҙа «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһы эшләй башланы. Ошо программаға ярашлы МХО-ла ҡатнашыусылар араһынан төрлө кимәлдәге предприятиеларҙа, ойошмаларҙа, власть органдарында эшләү өсөн квалификациялы идарасылар әҙерләйәсәктәр.
Салауат районы хакимиәте башлығы Марс КАШАПОВ:
– Беҙҙең заман геройҙары – алғы һыҙыҡта. Тап улар бөгөн Рәсәй яҙмышын, уның киләсәген хәл итә. Доброволец булырға ҡарар иткән яҡташтарыбыҙға, өлөшләтә мобилизация сиктәрендә саҡырылып, хәрби бурыстарына тоғро ҡалғандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм. Беҙҙең райондан 500-ҙән ашыу ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ Ватан мәнфәғәттәрен яҡларға баҫты.
Беҙ күмәкләп еңеү өсөн эшләргә, быға бөтә көстө йүнәлтергә тейешбеҙ. Республика, ил менән бергә Салауат районы махсус хәрби операция мәсьәләләрен хәл итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Гуманитар конвой әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашҡан һәр кемгә – Салауат районы ирекмәндәренә, эшҡыуарҙарына, урындағы үҙидара органдары, предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәренә, пенсионерҙарға рәхмәтемде белдерәм.
Бергәләп беҙ махсус хәрби операция зонаһына 34 гуманитар конвой йыйып оҙаттыҡ. Ошо осорҙа Салауат районы халҡы МХО зонаһына 16 берәмек техника, 3 мотоцикл, 80 кубометрҙан ашыу ағас материал, 80 кубометр ағас, 21 күсмә мунса, бензогенераторҙар, бензобысҡылар һәм башҡа бик күп нәмәләр ебәргән. Берләшеп, ауыл биләмәләрендә йәшәүселәр маскировка селтәрҙәре үрә, блиндаж шәмдәре эшләй, дөйөм эшкә үҫеп килгән быуынды ла йәлеп итә. Беҙ артабан да яугирҙәребеҙгә ярҙам итәсәкбеҙ.
2025 йылды Рәсәй Президенты Владимир Путин – Ватанды һаҡлаусылар йылы, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан итте. Шулай уҡ быйыл беҙ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләйбеҙ. Был иҫтәлекле даталарға арналған барлыҡ сараларҙы ла лайыҡлы үткәрергә, Ватаныбыҙҙы һаҡлаусы һәм уны яҡлаусыларҙың барыһына ла ихтирам күрһәтеү зарур.
Салауат районының Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Рөстәм ХӨСНУЛЛИН:
– Бына сираттағы гуманитар конвой менән ебәреү өсөн Малаяҙҙа 21-се тағылмалы мунса эшләйбеҙ. Тағы ике мунсаны Торналы һәм Сулпан ауылы халҡы әҙерләй. Был ылау менән өс мунса ебәрәсәкбеҙ. Гуманитар ярҙамды йыйыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәтлебеҙ. Һалдаттарыбыҙ райондан килгән ярҙамға, яҡташтары менән осрашыуға бик шат һәм рәхмәтле.
Донбассҡа 2015 йылдан бирле ярҙам күрһәтәбеҙ. Хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән Луганск өлкәһенең Петровск ҡалаһына тәүге гуманитар ылау алып барҙыҡ. “Кем, әгәр беҙ булмаһаҡ? Ҡасан, әгәр хәҙер булмаһа?”, тигән девиз менән эшләйбеҙ һәм йәшәйбеҙ. Егеттәребеҙ Еңеү менән ҡайтҡансы был эште дауам итәсәкбеҙ.
Салауат районының ветерандар советы рәйесе Көнһылыу ҒӘЛИЕВА:
– Махсус хәрби операция барышында кешеләрҙең аңында бөтә ил менән берҙәмлек тойғоһо уянды. Бигерәк тә коллективизмда тәрбиәләнгән ветерандар үҙҙәренең иң яҡшы сифаттарын аңланы һәм күрһәтте, ирекмәнлек һәм үҙ-ара ярҙам традицияларында даими эш ойошторҙо. Был өс йылда барлыҡҡа килгән рәсми булмаған лидерҙар халыҡты, пенсионерҙарҙың байтаҡ өлөшөн үҙ тирәһенә туплай алды һәм уларҙың энергияһын һәм көсөн махсус хәрби операцияла булған яугирҙәргә ярҙам итеүгә йүнәлтте.
Бөгөн Салауат районында ирекмәндәр бригадалары даими эшләй. Улар махсус хәрби операцияла кәрәк булған әйберҙәр, предметтар, ҡулайламалар, төрлө күләмдә маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре, ҡоро душ һ.б. яһайҙар. Ирекмәнлек эше Малаяҙ ауылында ике берләшмәнән: “Малаяҙ – беҙҙекеләр өсөн" һәм инвалидтар йәмғиәтендә башланды. Һуңынан Нәсибаш, Ахун, Торналы, Арҡауыл, Татар Малаяҙы, Янғантау, Әлкә, Лаҡлы, Мөрсәлим, Ҡалмаҡтар, Мәсетле ауылдарында шундай төркөмдәр барлыҡҡа килде. Ҡайһы бер пенсионерҙар өйҙәрендә маскировка селтәре нигеҙен бәйләй. Ауыл советтары, мәктәптәр, клубтар ҡарамағында райондың Миңлеғәле Шайморатов штабы пункттары ойошторолоп, әйберҙәр, аҙыҡ-түлек йыйыу ойошторолған.
Күмәкләп өйҙә әҙерләнгән туҡмас, бауырһаҡ бешереү яҡшы традицияға әйләнде.
Пенсионерҙарыбыҙ үҙ ауылдарында гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашһа ла, улар Салауат районы ветерандар ойошмаһы менән бергә аҡса йыйыуҙа ла әүҙемдәр. Йәғни һәр ике ай һайын гуманитар ылау оҙатыусыларҙың сәфәрен финанслау өсөн: бензингә, юл сығымдарына, ҡунаҡханаларға, туҡланыуға аҡса йыйыла. Беҙҙең принцип – "Ил төкөрһә, күл була”. Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы кеүек үк, беҙҙә лә ҙур аҡсалата ярҙам күрһәткән пенсионерҙар бар: Радик Садиҡов (Малаяҙ ауылы, 85 йәш) – 50 мең һум, Вера Туртова (Торналы ауылы, 74 йәш) 80 мең һум тапшырҙы.
Һәр беребеҙҙә Тыуған илдең бойондороҡһоҙлоғо өсөн көн һайын ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйғандарға ярҙам итеү теләге бар. Шуға күрә гуманитар конвойҙар – күмәк халыҡ эше. Барлыҡ финанс сығымдары – райондың бөтә халҡы ҡатнашлығында йыйылған хәйриә ярҙамы ул.