«Хәҙер ҡағыҙ таныҡлыҡты үҙең менән йөрөтөргә кәрәкмәй – документ һанлы форматта һаҡлана, был бик уңайлы. Өҫтәүенә ветерандың Сберкартаһы банк сервистарына инеү мөмкинлеге бирә, был көндәлек тормошта кәрәк», — тип билдәләне ветерандарҙың береһе.
Картаны Һаҡлыҡ банкы бүлексәһендә алырға мөмкин. Бының өсөн паспорт, СНИЛС, оборона министрлығы биргән хәрби хәрәкәттәр ветеранының ҡағыҙ таныҡлығы йәки хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусының белешмәһе кәрәк.
Проект Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән берлектә тормошҡа ашырыла.
Бынан алда «Башинформ» Өфөлә МХО ветерандарын яраҡлаштырыу буйынса ведомство-ара комиссия төҙөү тураһында хәбәр иткәйне.