Барыһы ла Еңеү өсөн
24 Февраль 2025, 13:16

«Ватанды һаҡлаусылар» фонды Дәүләкәндән МХО ветеранының торлағын яраҡлаштырҙы

Башҡортостанда «Ватанды һаҡлаусылар» фонды инвалид махсус хәрби операция ветерандарына торлаҡты яраҡлаштырыу эштәрен дауам итә.

«Ватанды һаҡлаусылар» фонды Дәүләкәндән МХО ветеранының торлағын яраҡлаштырҙы«Ватанды һаҡлаусылар» фонды Дәүләкәндән МХО ветеранының торлағын яраҡлаштырҙы
«Ватанды һаҡлаусылар» фонды Дәүләкәндән МХО ветеранының торлағын яраҡлаштырҙы

2024 йылдың ғинуарынан фондтың республика филиалы яраҡлашыуға 88 ғариза алған, шуларҙың 74-ен тикшергән, 14-ен яраҡлаштырғандар. Дәүләкән районынан Сергей Семеновтың йорто - шуларҙың береһе.

Слесарь-ремонтлаусы Сергей Семенов яҡшы яугир булды - ул Батырлыҡ ордены һәм Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Хәрби бурысын үтәгәндә Сергей аяғын юғалта. Хәҙер ул өйҙә, яратҡан эше - металл сүкеү менән шөғөлләнә, район сараларында ҡатнаша, тыныс тормошҡа ҡайта.

Сергей - социаль координатор Рәшиҙә Заһитованың ҡарамағында. Ул Дәүләкән районында МХО ветерандарына һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә комплекслы ярҙам күрһәтә. Рәшиҙә Заһитова яугиргә программа хаҡында һөйләй, ғаризаны алғандан һуң кәрәкле документтар пакетын йыйырға һәм «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы - инвалидтарҙың торлаҡ бүлмәләрен тикшереү буйынса муниципаль ведомство-ара комиссияға ғариза бирергә ярҙам итә. Махсус комиссия торлаҡты килеп ҡарап, кәрәкле үлсәүҙәр алып һәм үҙгәрештәр тураһында килешә.

Реабилитация сараларын яңыраҡ ҡуйҙылар, әммә, Сергей әйтеүенсә, яҡшыға тиҙ өйрәнәһең. Ишек алды уңайлы тупһалы, матур аш-һыу бүлмәһе, инвалид ветерандың тормошон еңеләйтәсәк ҡулайламалар, робот саң һурҙырғыс, эш урыны - эштәр сифатлы башҡарылған.

Фондтың республика филиалының эше тураһында тулыраҡ бында: https://vk.com/public220653548 

«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107 адресы буйынса урынлашҡан. Эш ваҡыты: сәғәт 9.00-ҙан 18.00 сәғәткә тиклем, ялһыҙ. Алдан консультация алыу өсөн телефон: 8 (347) 268-01-02.

Галина Морозова.

Фото – Илдар Хәйруллин, Марина Викторова.

«Ватанды һаҡлаусылар» фонды Дәүләкәндән МХО ветеранының торлағын яраҡлаштырҙы
«Ватанды һаҡлаусылар» фонды Дәүләкәндән МХО ветеранының торлағын яраҡлаштырҙы
«Ватанды һаҡлаусылар» фонды Дәүләкәндән МХО ветеранының торлағын яраҡлаштырҙы
Автор:
Читайте нас