Бәйгелә ҡатнашыуға профессиональ рәссамдарҙы, скульпторҙарҙы, архитекторҙарҙы, МХО ветерандарын, шулай уҡ үҙенсәлекле идея тәҡдим итергә һәм геройҙарға һәйкәл ҡуйырға әҙер булғандарҙы саҡыралар.
Шәхси һәм күмәк эштәр Федераль казначействоның рәсми сайтында ҡабул ителә. Эштәрҙе 2025 йылдың 28 февраленә тиклем ебәрергә мөмкин. Проекттарҙы конкурсты ойоштороусылар, монументаль һәм һынлы сәнғәт профессиональ берләшмәләре вәкилдәренән торған комиссия баһалай. 2025 йылдың мартында конкурсҡа йомғаҡ яһау планлаштырыла, тип яҙа "Молодежная газета".
Өҫтәмә һорауҙар буйынса (347) 250-22-43 телефоны аша мөрәжәғәт итергә.
"Ватанды һаҡлаусылар" фондының Башҡортостан филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, сөнки геройҙарыбыҙ хөрмәткә лайыҡ.
- Әлеге ваҡытта Башҡортостандың күп кенә муниципалитеттарында скверҙар, махсус хәрби операция геройҙарына һәйкәлдәр проекттары әҙерләнә. Эскиздар конкурсы был башланғысҡа ярҙам итер, тип ышанам, - тине Гөлнур Ҡолһарина.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса "Ватанды һаҡлаусылар" фонды булдырылды. Уның төп бурысы - МХО ветерандарына һәм геройҙарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү. Ойошма медицина һәм социаль реабилитациялауҙа, ҡайтанан уҡытыуҙа һәм эшкә урынлашыуҙа булышлыҡ итә, юридик ярҙам күрһәтә, инвалидтар өсөн торлаҡты яраҡлаштыра һәм өйҙә оҙаҡ ваҡыт тәрбиәләүҙе тәьмин итә.
Фонд эшләй башлағандан - 2023 йылдың 1 июненән алып - уның филиалдарына 2 миллиондан ашыу һорау килгән, шуларҙың 91 проценттан ашыуы уңышлы хәл ителгән.
БР Республикаға идара итеү үҙәге (ЦУР) карточкалары.