2025 йылдың ғинуарына филиалда яраҡлашыуға 78 ғариза ҡабул ителгән, 14 торлаҡ бинаһы яраҡлаштырылған, 72 бина тикшерелгән. Тикшерелгәндәр араһында - яуҙа яраланған МХО ветераны Андрей Юзаевтың фатиры.
Торлаҡты яраҡлаштырыуға ғариза бирергә, махсус хәрби операция инвалидтарының торлаҡ бүлмәләрен тикшереү буйынса муниципаль ведомство-ара комиссияһы өсөн кәрәкле документтарҙы йыйырға һәм рәсмиләштерергә "Ватанды һаҡлаусылар" фондының Нефтекама ҡалаһы буйынса филиалының социаль координаторы Яна Ипаева ярҙам итте.
Фонд филиалы етәксеһе урынбаҫары, эксперт һәм социаль координаторҙан торған махсус комиссия тейешле үлсәүҙәр үткәреү һәм чек-ҡағыҙ тултырыу өсөн МХО инвалидына юлланды.
- "Ватанды һаҡлаусылар" фонды ярҙамы - фатирҙы яраҡлаштырыу. Бында тулыһынса аҡыллы йорт системаһы буласаҡ. Ишектәрҙе алмаштыралар, домофон, парковка урыны ҡуясаҡтар, душ кабинаһы, аҡыллы розетка, аҡыллы ут эшләйәсәктәр, - тип һөйләне Андрей Юзаев. - Йәшәргә, волонтерлыҡ менән шөғөлләнергә, әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта йөрөгән егеттәргә ярҙам итергә улайым. Артабан да алға барырға кәрәк. Тормош бының менән генә тамамланмай.
Яраҡлашыу процесына документтар менән эшләү, уларҙы яраштырыу инә. "Ватанды һаҡлаусылар" фондының эксперт советы ыңғай ҡарар ҡабул иткәндән һуң яугиргә эштәрҙең мәғлүмәттәрен һәм төрҙәрен асыҡлау өсөн үлсәүселәр киләсәк. Һуңғы этап - реабилитация сараларын ҡуйыу. Бөтәһенә лә уртаса дүрт айҙан ярты йылға тиклем ваҡыт китә.
Фондтың республика филиалының эше тураһында тулыраҡ бында: https://vk.com/public220653548
«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107 адресы буйынса урынлашҡан. Эш ваҡыты: иртәнге 9.00-ҙан 18.00 сәғәткә тиклем, ялһыҙ.
Алдан консультация алыу өсөн телефон: 8 (347) 268-01-02.
Галина Морозова.
Фото: Марина Викторова.