Конкурста профессиональ рәссамдар, скульпторҙар, архитекторҙар, МХО ветерандары, шулай уҡ МХО геройҙарына һәйкәл ниндәй булырға тейешлеге тураһында ҡыҙыҡлы идеяһы һәм фекерҙәре менән уртаҡлашырға теләгән кешеләр ҡатнаша ала.
2025 йылдың 28 февраленә тиклем Федераль ҡаҙналыҡтың рәсми сайтында шәхси һәм төркөм эштәре ҡабул ителә. Еңеүселәрҙе һәм дипломанттарҙы конкурсты ойоштороусылар, монументаль һәм һынлы сәнғәт профессиональ союздары вәкилдәренән торған комиссия билдәләй. 2025 йылдың мартында конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ.
“Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, махсус хәрби операцияла һәләк булған һалдаттарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү - эштең мөһим йүнәлеше, тип билдәләне. Геройҙарыбыҙ хөрмәткә лайыҡ, шул иҫәптән уларға һәйкәлдәр ҡуйыуҙа ла.
- Эскиздар конкурсын үткәреү - бик ваҡытлы сара, ул муниципалитеттарыбыҙға бөтә Рәсәйҙән рәссамдар, архитекторҙар эштәре араһында иң яҡшы һәйкәл варианттарын һайлап алырға мөмкинлек бирәсәк. Әлеге ваҡытта Башҡортостандың күп кенә муниципалитеттарында скверҙар, МХО геройҙарына һәйкәлдәр проекттары әҙерләнә. Эскиздар конкурсы был башланғысҡа ярҙам итер, тип ышанам, - тине Гөлнур Ҡолһарина.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Ватанды һаҡлаусылар" фонды Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса ойошторолдо. Уның төп маҡсаты - МХО ветерандарын һәм геройҙарҙың ғаилә ағзаларын шәхси оҙатыу. Бында хәрбиҙәргә медицина һәм социаль реабилитация, ҡайтанан уҡытыу һәм эшкә урынлашыуҙа ярҙам итәләр, юридик ярҙам күрһәтәләр, торлаҡты инвалидтар ихтыяжы өсөн яраҡлаштыралар һ.б.
2023 йылдың 1 июненән "Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалдарына ярҙам күрһәтеүгә 2 миллиондан ашыу мөрәжәғәт килгән, шуларҙың 91 проценттан ашыуы хәл ителгән.
Эльвира Сафина.
Республикаға идара итеү үҙәге (ЦУР) карточкалары.