Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары үткән йылдың ноябрендә балиғ булмағандарға энергетик эсемлек һатыусыларға штраф һалыу тураһында ҡанун сығарғайны. Тиҙҙән, февраль аҙағында, административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына үҙгәрештәр индерәсәктәр. Шунда штраф күләме билдәләнәсәк.
Энергетиктарҙың физик яҡтан ғына түгел, психик яҡтан да һаулыҡҡа зыянлы икәне билдәле. Ә штраф граждандарға - 4-5 мең, етәкселәргә - 30-40 мең, ә ойошмаларға 200-250 мең һум буласаҡ, тиҙәр.