Бөтә яңылыҡтар
Борсоулы сигнал
24 Март 2020, 18:55

ҠЫҘ БАЛАЛА – ҠУРҠЫНЫС СИР

Салауат районында мәктәп уҡыусыһында туберкулез сире табылған.Уны ашығыс рәүештә Өфөгә дауаланырға ебәргәндәр, мәктәптә барыһы ла йоғошло ауырыуға тикшереү үткән.

Салауат районында мәктәп уҡыусыһында туберкулез сире табылған. Уны ашығыс рәүештә Өфөгә дауаланырға ебәргәндәр, мәктәптә барыһы ла йоғошло ауырыуға тикшереү үткән.
Бының хаҡта Мөрсәлим ауылында халыҡ менән осрашыу мәлендә билдәле булды. Мәктәптә уҡып йөрөгән ҡыҙ балала табиптар асыҡ формалағы туберкулез ауырыуы барлығын асыҡлаған.
Мөрсәлим урта мәктәбе директоры урынбаҫары Гөлшат Байрамова хәбәр итеүенсә, сирле уҡыусыны тиҙ арала башҡа балаларҙан айырып, Өфөгә туберкулез диспансерына дауаланырға оҙатҡандар. Уҡыусылар, уҡытыусылар, техник персонал – бөтәһе лә был йоғошло ауырыуға тикшереү үткән. Бәхеткә күрә, уларҙа ҡурҡыныс инфекция табылмаған. Бөгөн белем биреү учреждениеһында тулыһынса дезинфекция саралары уҙғарыла. Балалар әле яҙғы каникулда ял итә.
Малаяҙ район үҙәк дауаханаһы баш врачы Айһылыу Изместьеваның мәғлүмәтенә ярашлы, Салауат районында былтыр 20 кешелә туберкулез сире асыҡланған, улар барыһы ла республиканың туберкулезға ҡаршы диспансерына дауаланырға ебәрелгән. Районда бөтәһе 62 кеше был ауырыу менән иҫәптә тора.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн – Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө. Туберкулез кеше һәм хайуандар араһында киң таралған йоғошло ауырыу. Сир Кох таяҡсалары кеүек микобактериялар арҡаһында барлыҡҡа килә. Туберкулез беренсе сиратта үпкәне зарарлай. Сирле кеше һөйләшкәндә, йүткергәндә һәм сәсәгәндә йоға. Был ҡурҡыныс ауырыуҙы иҫкәртеү өсөн табиптар йыл һайын флюорография үтергә ҡуша.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: