Бөтә яңылыҡтар
Борсоулы сигнал
10 Декабрь 2019, 01:05

КӘЗӘ килгән майҙанға, Йәшел ШЫРШЫ ашарға!

Йәй буйы Малаяҙ урамдарын ҡыҙырған кәзәләрҙән ҡышын да тынғы юҡ. Улар Салауат Юлаев музейына эйәләшкән. Хатта үҙәк майҙандағы шыршы янына ла килеп сығалар.Урындағы властар берәҙәк йорт хайуандары менән нисек итеп көрәшергә, тип баш ватһа, социаль селтәрҙәрҙә кешеләр:"Музей ихатаһында тыныс ҡына кәзәләр утлай", – тип яҙыуын дауам итә. Беҙҙең район үҙәге Малаяҙҙа кәзәләрҙе, ғөмүмән, ирекле йөрөгән малдарҙы "ауыҙлыҡлау" бер ҡасан да хәл ителмәҫлек мәсьәләлер ул!?

Йәй буйы Малаяҙ урамдарын ҡыҙырған кәзәләрҙән ҡышын да тынғы юҡ. Улар Салауат Юлаев музейына эйәләшкән. Хатта үҙәк майҙандағы шыршы янына ла килеп сығалар.
Ял көнөндә был әрһеҙ хайуандарҙы тап шунда күргәндәр. Ә бөгөн йәнә музей биләмәһенә кергәндәрен фотоға төшөргәндәр.
"Улар музей ихатаһында йөрөргә ярата. Беҙ ҡыуабыҙ, тағы керәләр. Шуларға береһенең дә "управа" таба алмауы аптырата", – тип дөйөм чатта белдерҙе С. Юлаев музейы директоры Зилә Садиҡова.
Был кәзәләрҙең эргәләге Социалистик урамынан килеүе, уның хужаһы ла кем икәне билдәле.
"Хужаһы ишеген асмай, өйөнә керә алмайбыҙ. Әллә йәшенеп ҡала, әллә ҡайҙалыр киткән? Полицияға хәбәр иттек, улар сара күрергә тейеш. Әгәр юҡ икән, хайуандарҙы бикләп ҡуйырға мәжбүрбеҙ", – тип шулай уҡ унда яҙа Салауат ауыл биләмәһе башлығы Светлана Кузнецова.

Урындағы властар берәҙәк йорт хайуандары менән нисек итеп көрәшергә, тип баш ватһа, социаль селтәрҙәрҙә кешеләр:"Музей ихатаһында тыныс ҡына кәзәләр утлай", – тип яҙыуын дауам итә. Беҙҙең район үҙәге Малаяҙҙа кәзәләрҙе, ғөмүмән, ирекле йөрөгән малдарҙы "ауыҙлыҡлау" бер ҡасан да хәл ителмәҫлек мәсьәләлер ул?!



Айҙар САМАТОВ.

Фото: дөйөм чаттан.

Читайте нас: