Бөтә яңылыҡтар
Борсоулы сигнал
13 Ноябрь 2019, 18:55

Күп балалы әсә балаларын бикләп тотҡан

Силәбе өлкәһенең Ҡатау-Тамаҡ ҡалаһында була был хәл. 2004 йылда Башҡортостандан күсеп килгән күп балалы әсә үҙ-үҙенә ҡул һалған.

Силәбе өлкәһенең Ҡатау-Тамаҡ ҡалаһында була был хәл. 2004 йылда Башҡортостандан күсеп килгән күп балалы әсә үҙ-үҙенә ҡул һалған.
Әммә тикшереү барышында шул асыҡлана: үҙенең өс балаһын 11 йылға яҡын өйөндә тотҡан. Шулай уҡ әсәнең психик сирле булыуы ла асыҡланған. Киң йәмәғәтселеккә билдәле булмаҫ та ине, әгәр ҙә 20 йәшлек ҡыҙы, бәлиғ булмаған улы һәм ҡыҙы, әсәләре өйҙә булмауҙан файҙаланып, ҡасмаһа. Һуңынан әсә балаларының юғалыуы хаҡында полицияға хәбәр итә. Балаларҙы полиция тиҙ таба. Асыҡланыуынса, өлкән ҡыҙы, әсәһе туҡмағас, ҡасырға ҡарар итә һәм кеселәрен алып китә. Балаларҙы полицияла ҡалдырып, һуңынан дауаланырға ебәрәләр. 55 йәшлек әсә, уларҙың ҡасҡанын белгәс, өйөнә ут төртә һәм үҙенә ҡал һала.
Был осраҡ менән әлеге мәлдә Силәбе өлкәһенең хоҡуҡ һаҡлау органдары шөғөлләнә. Балаларҙың бер документтары ла юҡ. 15 һәм 11 йәшлек балаларҙы өлкән апалары аласаҡ. Әйткәндәй, балаларҙың атаһы ла бар, ул Ҡурған өлкәһенә эшкә киткән һәм йыл ярымдай ҡайтмаған икән.
Сығанаҡ: “Башинформ”.
Читайте нас: