Бөтә яңылыҡтар
Борсоулы сигнал
9 Сентябрь 2019, 15:48

Килдем әле һайлауға батҡаҡ һәм һыуҙар кисеп...

Килдем әле һайлауға батҡаҡ һәм һыуҙар кисеп...Яңы Ҡаратаулы ауылындағы башланғыс кластар мәктәбе бинаһында урынлашҡан 2776-сы һайлау участкаһына ОЙОҠ менән генә ингән әбей шундуҡ күҙгә салынды.


Яңы Ҡаратаулы ауылындағы башланғыс кластар мәктәбе бинаһында урынлашҡан 2776-сы һайлау участкаһына ойоҡсан ғына ингән әбей шундуҡ күҙгә салынды.

- Мөнирә апай, (исеме үҙгәртелеп алынды) бинала һыуыҡ бит, ниңә итегегеҙҙе һалып индегеҙ? Бар аяҡ кейемегеҙҙе кейеп килегеҙ – тигән комиссия ағзаларының һүҙен 70-80 йәш арауығындағы әбей әйтерһең дә ишетмәне.

- Ҡыҙҙар, мәктәп алдында шул тиклем бысраҡ бит, иҙәнегеҙ таҙа итеп йыуылған. Оялмайынса тапап инәйеммә инде?, - тип әбей ойоҡсан ғына һайлау кабинаһына үтте.

Ысынлап та, был көндө мәктәп алдындағы емерек юлға, унда йыйылып ятҡан батҡаҡҡа зарланыусылар бихисап булды. Берәүҙәр, бының турала әбей һымаҡ уратып ҡына белдерһә, икенселәр тураһын ярып әйтте.

- Береһен дә һайламайым! Юлдарҙы ҡарағыҙ ниндәй емерек хәлдә!!! Бирегеҙ бюллетенде, һыҙып ырғытам, - тип участкыға ярһып ингән урта йәштәге бер ир бюллетенде һыҙғыстаны ла, сығып та китте.

Ысынлап та, халыҡтың бындай ҡылығын аңларға була. Район үҙәгенә яҡын ғына булыуға ҡарамаҫтан, ауылдағы юлдар яҡшынан түгел. Ул көндө юлдағы соҡорҙарҙа йыйылған һыуҙа ҡаҙҙар ҡойона ине. Мәктәп алдындағы юл тураһында әйтәһе лә юҡ. Был мәктәп халыҡтың күҙ төбәп торған берҙән-бер урыны тиһәң, хата булмаҫ. Унда балалар уҡыуҙан тыш, һайлау кеүек мөһим саралар уҙғарыла. Мәктәптең эргәһендә яңы балалар майҙансығы урынлаштырылған, фельдшер-акушерлыҡ пункты, балалар баҡсаһы бар. Был юлды төҙөкләндереү өсөн бер машина таш та етәлер. Район етәкселеге ҡартауылдарҙың аһ-зарын ишетеп, ошо проблемаға иғтибарын йүнәлтһен ине.
Читайте нас: