Бөтә яңылыҡтар
Борсоулы сигнал
14 Май 2019, 22:21

Хайуандар өсөн яуаплылыҡ

Бер ир этен бысаҡ менән сәнскеләп, сүп-сар контейнерына ырғытҡан. Рәсәйҙә йәнлек-хайуандарға ҡарата яуызлыҡ ҡылған өсөн яуаплылыҡ көсәйтелде. САЙТТА:

Рәсәйҙә йәнлек-хайуандарға ҡарата яуызлыҡ ҡылған өсөн яуаплылыҡ көсәйтелде. Хайуандарға ҡарата вәхшилек ҡылған осраҡта енәйәтсегә 80 мең һумға тиклем штраф һалына йәки законды боҙоусы ике йылға хоҡуҡ төҙәтеү эштәренә ебәрелә. Әммә әленән-әле йәнде өшөткөс хәлдәр ишетелеп тора. Яңыраҡ бер ир этен бысаҡ менән сәнскеләп, сүп-сар контейнерына ырғытҡан. Был хәл Өфө районының Максимовка ауылында теркәлгән.

Ирҙең ҡатыны Любовь Никитина әйтеүенсә, улар Мэриҙан күптән ҡотолорға теләгән. Эт ҡатындың ҡулын тешләгәс был ниәтте бойомға ашырырға булалар.Ҡаты яраланған Мэри ҡушаматлы этте ирекмәндәр йорт янындағы сүплектә таба. Бәхеткә күрә, йәрәхәтләнеп күп ҡан юғалтҡан хайуан иҫән ҡала. Вәхшилек ҡылған иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Күптән түгел Салауат районында ла күңелһеҙ хәл теркәлде. Бер ауылда ғаилә йорттарынан күсеп киткәндә, эттәрен үҙем менән алмай, уға ағыу ашатҡан. Эттең интегеп үлгәнен күршеләре видеоға төшөрөп, социаль селтәрҙәргә һалған.

---------

В России вступил в силу закон о защите животных от жестокого обращения. Поправки в Уголовный кодекс предусматривают ужесточение ответственности для живодеров. Однако новые законы не пугают живодеров.

Недавно в уфимском селе Максимовка мужчина решил жестоко расправиться с собственной собакой. Он несколько раз ударил ее ножом в область шеи, а после выкинул раненое животное. Давно собирались с супругом Алексеем усыпить питомца, признается Любовь Никитина. А муж схватился за нож, говорит женщина, после того, как узнал, что собака ее укусила. Не так давно статью «Жестокое обращение с животными» ужесточили. И, как говорят очевидцы, расправу над собакой видели дети. А это отягчающее обстоятельство – до 5 лет лишения свободы.
Читайте нас: