Бөтә яңылыҡтар
Борсоулы сигнал
22 Февраль 2019, 13:20

Ауылдарҙа мәҙәниәт усаҡтары һүнмәһен!

2019 йыл Рәсәйҙә Театр йылы итеп иғлан ителде. Был Башҡортостанға ла ҡағыла. Йылды театрҙарға бағышлау бик дөрөҫ. Мин бынан 45 йыл элек комсомолда эшләгәндә, райондың ҙур булмаған ауылдарында ла клубтар, улар янында китапханалар был юҫыҡта эшләп килде.


Лилиә М.:

– Сулпан ауылында ярым емерек клуб ултыра. 80 йыл элек төҙөлгән бина биш йыл инде ябыҡ тора. Йәйен клуб тирә­һендә сүп үләндәре үҫә, кәртәләре лә емерелгән, малдар шул урында йөрөй. Мәҙәниәт йорто эргәһендә һуғыш ҡорбандары иҫтәлегенә ҡуйылған стела ла бар. Клубты ремонтлап булмағаны билдәле, әммә бар ауылды йәмһеҙләп ултырған бинаны һүтеп булмаймы икән?


Район башлығы Марс КАШАПОВ:

– Быйыл Сулпан ауылында яңы клуб һалыу өсөн аҡса бүленергә тейеш. Иҫке клубҡа килгәндә, был проблема тураһында һөйләшеү булды. Ауыл халҡы ауыл биләмәһе башлығынан ғына көтөп ятмаһын, ә төҙөкләндереү эштәрен үҙҙәре лә башлап йөрөһөн ине.

(“Бәйләнештә” селтәренән).


2019 йыл Рәсәйҙә Театр йылы итеп иғлан ителде. Был Башҡортостанға ла ҡағыла. Йылды театрҙарға бағышлау бик дөрөҫ. Мин бынан 45 йыл элек комсомолда эшләгәндә, райондың ҙур булмаған ауылдарында ла клубтар, улар янында китапханалар был юҫыҡта эшләп килде.


70-се йылдар башында Арҡауыл мәктәбе уҡытыусылары менән ауыл йәштәре берлегендә ҙур-ҙур спекталдәр ҡуя инек. Улар: “Ҡарлуғас”, “Шоңҡар”, “Ҡыҙ урлау” һәм башҡалар. Күрше райондарға ла сығып китә торғайныҡ. Эшләргә лә, ял итергә лә элек халыҡ өлгөрә ине.

Хәҙерге көнгә күҙ һалам да, күңел әрнеп ҡуя. Күп ауылдарҙа мәҙәниәт йорто түгел, хатта бәләкәй генә клубтар ҙа юҡ. I Иҙелбай, Күҫәләр, Көҫәпәй, Бишәүҙәр, Яхъя, Шәрәк, Яңы Ҡаратаулы, Мөсәт, Йонос, Ишембай ауылдарында клубтарҙан ярым емерек бина йәки нигеҙ генә ҡалған. Ишембай ауылы клубы ҡыйығы бынан 5 йыл элек ҡар баҫып емерелгәйне, хәҙер бөтөнләй һүтеп ташланды. Ваҡытлыса бер бина бирелгән.


Бөтә Рәсәйгә билдәле “Янғантау” шифаханаһы урынлашҡан ауылда 1200 кеше йәшәй, ә Сулпан менән Комсомолда 500-ҙән артыҡ халыҡ бар. Ул ауылдар йылдан-йыл үҫеп бара, халҡы ла, йәштәр ҙә артҡандан-арта. Ә мәҙәниәт йорто юҡ. 4 – 5 йыл эсендә булһа ла клуб, китапхана төҙөп булмаймы икән ни? Янғантау ауылы халҡының 70 проценты шифаханала эшләй бит. Йәйгә ауылға йәштәр, студенттар ҡайта ла ҡайҙа барырға белмәй йөрөйҙәр.


Театр йылын нисек мәҙәниәт һарайһыҙ, клубһыҙ, китапханаһыҙ үткәрмәк кәрәк? Үҙәктән килгән күрһәтмә лә дөрөҫ түгел, йәнәһе лә 1 мең кешенән кәм булған ауылдарҙа клуб булмаһа ла ярай, имеш. Нимә, ҡалған халыҡ икенсе сортлымы, уларҙың хоҡуҡтарын үҙәк үҙе боҙмаймы? Мәҙәниәт йортһоҙ ауыл аяҡҡа сабатаны сылғау урамай кейеүгә бәрәбәр.


Театр йылына районда, әлбиттә, күп саралар үтә, ағинәйҙәр ҡоро эшен йәнләндерҙе, төрлө фестивалдәр, конкурстар ойошторола. Салауат Юлаев музейы хеҙмәткәрҙәре төрлө саралар уҙғара. “Йүрүҙән” гәзите редакцияһы ҡарамағындағы “Ижад шишмәләре” йәмәғәт ойошмаһы ағзалары мәктәптәрҙә балалар менән осраша. Республика кимәлендә үткән мәҙәни сараларҙа ҡатнаша. Әммә былар ғына аҙ. Бигерәк тә районда Геопарк төҙөлә икән, беҙ быны халыҡ файҙаһына ҡулланыуға өлгәшергә тейешбеҙ. Туристар һаны йылдан-йыл артасаҡ, уларҙы тағы ла күберәк йәлеп итеү өсөн яңынан-яңы саралар уйлап табырға кәрәк. Районда яңы эш урындары булдырыуға ла бер этәргес булыр ине. Салауат ерендә ситтән килгән ҡунаҡтарға күрһәтерлек тарихи урындар күп. Рәсәй халыҡтары араһында Салауат кеүек милли батырҙары булған халыҡ аҙ. Беҙ Салауат тоҡомдары тип, күкрәк һуғып йөрөү генә етмәй, тырышып эшләп, яҡшы тормош ҡороп, районды алға сығарыу өсөн бөтәһе лә ҡатнашырға бурыслы.


Театр йылы – ул мәҙәни саралар ғына түгел, мәғарифҡа ла булышлыҡ итеү йылы, тип уйлайым. Мин – башҡорттар йәшәгән Рәсәй төбәктәренең күбеһендә булған кеше. Үкенескә ҡаршы, хәҙерге балалар үҙ халҡының тарихын, нәҫел-нәсәбен насар белә, Башҡортостан тарихын тейешле кимәлдә өйрәнмәй. Әгәр ауыл һайын клуб булһа, спектаклдәр ойошторолһа, балалар ҙа йөрөй бит инде. Был саралар башҡорт телен һаҡлап ҡалыу, үҫтереү өсөн тағы бер күркәм күренеш булыр ине.


Әлтәф ҒӘЙФУЛЛИН,

“Башҡортостан” гәзитенең

штаттан тыш хәбәрсеһе.

Янғантау ауылы.



Читайте нас: