Бөтә яңылыҡтар
Борсоулы сигнал
18 Ғинуар 2019, 13:37

"Бәхәс тауы"

“Балалар тауҙан шыуып та өлгөрмәне, уны тиҙ генә юҡ иттеләр” – тип яҙҙы төркөмдә бер әсә. Район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Риф Мөхәмәтдинов был хәлде асыҡлап .... тулыраҡ

Яңы йыл байрамдары тамамланыу менән район Хакимиәте Малаяҙ ауылы үҙәген Яңы йыл биҙәктәренән таҙарттырып, боҙ ҡаласығын, шыршы һәм балалар шыуа торған тауҙы алды. Әммә күптәр бының менән риза булмауҙарын белдерҙе.

“Балалар тауҙан шыуып та өлгөрмәне, уны тиҙ генә юҡ иттеләр. Тау – кескәйҙәрҙең яратҡан урыны ине. Хәҙер балаларҙы ҡайҙа шыуырға йөрөтөргә?” – тип яҙҙы төркөмдә бер әсә.

Район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Риф Мөхәмәтдинов был хәлде асыҡлап: “Һауа торошо үҙгәреүсән. Үкенескә күрә, бер һыуытып, бер йылытып, тау сатнап, конструкция тотороҡлоғон юғалта башланы. Балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, тауҙан шыуып төшкәндә улар имгәнеп ҡуймаһын өсөн шундай ҡарарға килдек”, - тине.

Риф Йонос улының әйтеүенсә, боҙ ҡаласығы былтыр 10 декабрҙә эшләнеп, ул бер айҙан ашыу торған.


С окончанием новогодних праздников администрация района начала очищать центр от новогодних украшений и атрибутов, но некоторые жители оказались не согласны с таким решением.
Вчера, в одной из групп социальной сети “Вконтакте”, разгорелся спор о том, нужно ли убирать новогодние атрибуты, в том числе - горку для детей из центра села. Спор начал анонимный пользователь, который возмутился, что сооружение убирают слишком рано.
“Не успели на горке покататься, а её уже убрали. Куда водить малышню кататься? Зима вроде как и самое время для детских развлечений”
Кто-то поддержал анонима, но были и те, кто встал на сторону администрации.
Редакция газеты “Юрюзань” обратилась за разъяснением в администрацию района. И.о. главы района Риф Мухаметдинов пояснил, что лёд и снег из-за повышения температуры начал подтаивать, и конструкции стали неустойчивыми, также на горке появились трещины. Такое решение принято для обеспечения безопасности детей и предупреждения случаев травматизма. Риф Мухаметдинович также пояснил, что новогодние атрибуты были установлены 10 декабря, и простояли больше месяца.
Читайте нас: