Бөтә яңылыҡтар
Борсоулы сигнал
23 Декабрь 2018, 00:57

Бүреләр йәнә бер этте ашаны

Башҡорт Илсекәйе ауылында бүреләр йәнә бер этте тамаҡлаған. Шул хаҡта район башлығына “Бәйләнештә” селтәрендә хәбәр иттеләр. Тулыраҡ - сайтта. В деревне Башкирское Ильчикеево снова волки утащили собаку. Об этом сообщили на странице “Вконтакте” главы района. Подробно на сайте.

Башҡорт Илсекәйе ауылында бүреләр йәнә бер этте тамаҡлаған. Шул хаҡта район башлығына “Бәйләнештә” селтәрендә хәбәр иттеләр.
“Элекке көн беҙҙә Илсекәйҙә тағы бер этте алып киттеләр”, – тип яҙған Земфира Шәрипова Марс Кашаповтың район һунарсылары һәм егерҙары менән бүреләрҙе атыу мәсьәләһе буйынса кәңәшмә уҙғарасағы тураһындағы яҙмаһы аҫтына.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Йүрүҙән" гәзитендә шул ауылдағы бер этте бүреләр ашауы хаҡында яҙылғайны https://iyryzan.rbsmi.ru/articles/borsouly-signal/v-bash-ilchikeevo-khozyaynichayut-volki/
Беҙ, мөрәжәғәт итеүсе менән бәйләнешкә сығып, тулыраҡ мәғлүмәт алдыҡ.
“Үҙем күрмәнем, ауылдаштарым, пенсионер апай Әҡлимә Миһранованың этен ашап киткәндәр, тип һөйләйҙәр. Алдараҡ беҙҙең урамда йәшәгән Мөғәлим ағайҙың, шунан күрше Рәмзиә апай Хәкимованың сиптә торған эттәрен алып киттеләр. Бүреләр Башташта өсөнсө этте тамаҡланы инде. Әлегә мал-тыуарға тейгәндәре ишетелмәй”, – тине Земфира Шәрипова. Ул беҙгә ҡаза күреүселәрҙең үҙҙәренән ентеклерәк мәғлүмәт алырға тәҡдим итте.
– Эйе, ай башында инәйемдең этен бүреләр алып киткәйне. Беҙҙең йорт Урмансы ауылы яғынан килгәндә юл буйында беренсе тора, артта – урман. Төн сыҡҡансы урамда бәйле торған эт юҡ булған бит, – тип һөйләне Рәмзиә Хәкимованың улы Рәвил. – Иртән инәйем тышҡа сыҡһа, этебеҙҙең сылбыры ла, ҡайышы һәм ҡанлы эҙҙәр генә ятып ҡалған була. Шул бүреләрҙең генә эше был. Инәйем хәбәр итеү менән, мин ауылға ҡайттым, үҙем Өфөлә йәшәйем. Малдарҙы төнгөлөккә лапаҫҡа ябалар, шуға уларға тейә алмайҙар. Урамдарҙағы ут төн урталарына һүндерелә, йыртҡыстар ғәҙәттә ҡараңғыла, халыҡ йоҡлаған мәлдә, килә. Элек ауылда һунарсылар була торғайны, хәҙер мылтыҡлы кеше һирәк. Бүреләрҙең ауыл тирәһендә йөрөүе халыҡты ҡурҡыта. Тейешле сара күрелһен ине тиҙерәк.
Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов кисә, 21 декабрҙә, һунарсылар менән осрашасағын белдергәйне. Ҡабул ителгән ҡарарҙар хаҡында өҫтәмә хәбәр итәсәген дә әйткән. Ә комментарийҙарҙа социаль селтәр менән ҡулланыусылар әле һаман да Башҡорт Илсекәйе, Урмансы ауылдары эргәһендә – бүреләр, Яңы Михайловкаға (Малаяҙ ауыл биләмәһенә ҡараған ауыл) етмәҫ борон тау артында ҡырағай эттәр йөрөүе хаҡында шомло хәбәрҙәр тарата. Марс Фәррәх улы, бар факттар буйынса ла сара күрелер, тип ышандыра.

Читайте нас: