Бөтә яңылыҡтар
Борсоулы сигнал
5 Декабрь 2018, 21:19

Почтала тағы ла ҡыҫҡартыу

Яңы йылдан Малаяҙ почта элемтә цехы почта бүлексәһе генә булып ҡаласаҡ. 10 хеҙмәткәр эштән сығарыла, уларға Мәсәғүткә йөрөп эшләргә тәҡдим ителә. Тулыраҡ...

Яңы йылдан Малаяҙ почта элемтә цехында үҙгәрештәр көтөлә. Унда, 10 хеҙмәткәр ҡыҫҡартылып, почта бүлексәһе генә ҡаласаҡ.
Салауат һәм Ҡыйғы райондарын хеҙмәтләндереүсе страховка участкаһы, сортировка, гәзит склады һәм гараждар 2019 йылдың 9 ғинуарынан ябыласаҡ. Почта элемтә цехы начальнигы, сортировкалаусылар, водителдәр, оҙатыусы хеҙмәткәрҙәр эштән сығарылыуы тураһында алдан хәбәр ителгән. Әлбиттә, уларға Мәсәғүт почтамтында эш тәҡдим ителә, ләкин кем генә Малаяҙҙан унда көн һайын йөрөп эшләргә риза булһын инде? Был үҙгәрештәр “Рәсәй Почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһының киләсәктә акционерлаштырылыуы менән бәйле.
– Оптимизация һөҙөмтәһендә Малаяҙҙа, бүтән ауыл биләмәләре үҙәгендәге кеүек, почта бүлексәһе генә буласаҡ, – тип аңлатты почта элемтә цехы начальнигы Альмира ВӘЛИЕВА. – Бүлексәлә 13 хеҙмәткәр: начальник, уның урынбаҫары, 3 оператор, 8 почтальон ҡаласаҡ. Почтальондарҙың дүртеһе район үҙәгендә корреспонденция ташыһа, дүртеһе Татар Малаяҙы (Малаяҙ ауыл биләмәһе), Ҡалмаҡтар, Яңы Ҡаратаулы ауылдарын хеҙмәтләндерә. Райондың барлыҡ почта бүлексәләре киләһе йылдан Мәсәғүт почтамты ҡарамағына күсә. Шуға күрә халыҡҡа гәзит-журналдар, хаттар килтереүҙә тотҡарлыҡтар булмаҫҡа тейеш.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2011 йылда ла Малаяҙ почтамтында ҡыҫҡартыуҙар булып, уның ваҡытлы матбуғатҡа яҙҙырыу бүлеге, бухгалтерияһы Мәсәғүткә күскәйне, 22 хеҙмәткәре ҡыҫҡартыуға эләккәйне. Ә почтамт почта элемтә цехына әйләндерелгәйне. Хәҙер килеп, 10 кеше эшһеҙ ҡала, почта бинаһының беренсе ҡаты ла бушаясаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, район етәкселеге федераль кимәлдәге был үҙгәрештәргә бер нисек тә йоғонто яһай алмай.
Читайте нас: