“Йүрүҙән” гәзитенең 39-сы һанында сыҡҡан “Кителмәһен бала күңеле” тип аталған мәҡәлә уҡыусыларҙы битараф ҡалдырманы. Уларҙың күбеһе редакцияға шылтыратып, ҡыҙҙың артанбанғы яҙмышы менән ҡыҙыҡһынды, уның турала тағы ла яҙыуыбыҙҙы һораны.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һүҙ Салауат районының бер ауылында булған ҡот осҡос ваҡиға тураһында бара. Енси көсләү арҡаһында тәрбиәгә алынған 15 йәшлек ҡыҙ ауырға ҡалды. Айгөлдө (исеме үҙгәртелде) был ғаилә тәрбиәһенән алып, махсус урынға урынлаштырҙылар. Бер нисә ай үҫмер ҡыҙ тураһында хәбәр ишетелмәһә, яңыраҡ уның артабанғы яҙмышы билдәле булды. Балаларҙы яҡлау көнөндә Айгөл Өфө перинаталь үҙәгендә һау-сәләмәт ҡыҙ бала тапты. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн әсәнең һәм баланың хәле яҡшы.
Айгөл менән булған хәл тиҙҙән асыҡланасаҡ. Пробалар алынған, оҙаҡламай баланың атаһы кем булыуы билдәле буласаҡ. Шунан һуң сабыйҙың атаһын енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыуҙары ихтимал. Нисек булһа ла, Айгөлдөң артабанғы яҙмышын республиканың балалар омбудсмены Милана Скоробогатова үҙ ҡарамағына алған.
Республика буйынса статистикаға күҙ һалайыҡ. 2015 йылда 14 йәше тулмаған дүрт үҫмер бала тапһа, бишеһе аборт яһатҡан. 2016 йылда 14 йәшкә етмәгән туғыҙ үҫмерҙең етеһе әсә булған. 2017 йылда – 85, 2018 йылдың беренсе кварталында 20 бәлиғ булмаған аборт эшләткән. Иртә ауырға ҡалыу осраҡтарын тәфтишселәр контролдә тота. Ҡағиҙә булараҡ, был осраҡтар енәйәт эше менән бәйле.
Йыл һайын 15 - 19 йәш арауығындағы 16 миллион һәм 15 йәштәре тулмаған 2 миллион үҫмер ҡыҙ әсә була. Иҡтисади яҡтан үҫешкән илдәрҙә үҫмерҙәрҙең иртә ауырға ҡалыуы социаль проблема булып иҫәпләнһә, үҫешмәгән һәм үҫеш юлында булған илдәрҙә был хәлгә йә ыңғай яҡтан ҡарайҙар, йә йәмғиәт бөтөнләй иғтибар итмәй. Психолог һәм табиптарҙың әйтеүенсә, төрлө яҡтан алып ҡараһаң да, иртә ауырға ҡалыу – яҡшы түгел. Бәлиғ булмағандың үҫеп етмәгән организмы бындай һынауҙарға әҙер булмай. Үҫмерҙәрҙән күп осраҡта психик тайпылышлы сабыйҙар донъяға килә. Бынан тыш, был йәштә үҫмерҙәр психик яҡтан да өлгөрмәгән була, шуға ла улар ата-әсә булырға әҙер түгел.