Бөтә яңылыҡтар
Борсоулы сигнал
15 Май 2018, 12:03

Кителмәһен бала күңеле

Йыл һайын миллионлаған кеше енси көсләүгә дусар була, йәштәр, үҫмерҙәр иһә – енәйәттәрҙең төп ҡорбаны. Салауат районының бер ауылында булған ике ҡот осҡос ваҡиға барыһын да тетрәтте. Беренсе осраҡта тәрбиәгә алынған 15 йәшлек үҫмер ҡыҙ ауырға ҡалған. Уның кемдән ауырлы икәне билдәһеҙ, әлегә тикшереү бара. Айгөл (исеме үҙгәртеп алынды) ғаилә тәрбиәһенән алынған, ул махсус урынға урынлаштырылған. Икенсе ваҡиға беренсеһенән дә ҡурҡынысыраҡ. Ҡырын юлға баҫҡан ата һәм әсә өйҙәрендә шешәләштәрен йыйырға әүәҫ булған. Бер көн ошондай эскелектән һуң, ғаилә “дуҫы”, 34 йәшлек ир йорт хужаларының 9 йәшлек ҡыҙына ташланып, көсләргә уйлаған. Енәйәтсене ҡулған алғандар. Ғаиләләге сабыйҙар ҙа балалар йортона оҙатылған. Ике ҡот осҡос ваҡиға, бер-береһенән айырылһа ла, һөҙөмтә бер – мәңгелеккә психик йәрәхәт, ҡыйратылған яҙмыштар...

Йыл һайын миллионлаған кеше енси көсләүгә дусар була, йәштәр, үҫмерҙәр иһә – енәйәттәрҙең төп ҡорбаны. Салауат районының бер ауылында булған ике ҡот осҡос ваҡиға барыһын да тетрәтте. Беренсе осраҡта тәрбиәгә алынған 15 йәшлек үҫмер ҡыҙ ауырға ҡалған. Уның кемдән ауырлы икәне билдәһеҙ, әлегә тикшереү бара. Айгөл (исеме үҙгәртеп алынды) ғаилә тәрбиәһенән алынған, ул махсус урынға урынлаштырылған. Икенсе ваҡиға беренсеһенән дә ҡурҡынысыраҡ. Ҡырын юлға баҫҡан ата һәм әсә өйҙәрендә шешәләштәрен йыйырға әүәҫ булған. Бер көн ошондай эскелектән һуң, ғаилә “дуҫы”, 34 йәшлек ир йорт хужаларының 9 йәшлек ҡыҙына ташланып, көсләргә уйлаған. Енәйәтсене ҡулған алғандар. Ғаиләләге сабыйҙар ҙа балалар йортона оҙатылған. Ике ҡот осҡос ваҡиға, бер-береһенән айырылһа ла, һөҙөмтә бер – мәңгелеккә психик йәрәхәт, ҡыйратылған яҙмыштар...

Район хакимиәте башлығы Марс Кашапов бәлиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Сарала ауыл биләмәләре башлыҡтары, эске эштәр, мәғариф, йәштәр, опека бүлеге вәкилдәре, мәктәп директорҙары ҡатнашты. Кәңәшмә барышында ошо ике осраҡ буйынса һөйләшеү уҙғарылды. Марс Фәррәх улы үҫмерҙәр һәм балалар менән эшләүсе органдар вәкилдәрен был хәлдең нисек килеп сығыуын асыҡлауҙарын һораны. Үкенескә күрә, уларҙың береһе лә үҙҙәренең ғәйебен тойманы, сығыштары аҡланыуға, ғәйепте башҡа берәүҙән күреүгә ҡоролдо.

Кәңәшмә барышында үҫмерҙәр араһында енәйәтселек, тәртипһеҙлек, Интернет бәйлелеге, ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар һәм башҡа һорауҙар ҡаралды. Имен булмаған ғаиләләр, унда тәрбиәләнеүсе балалар менән эш алып барыу өсөн сигнал карталарын ҡулланыуға етди иғтибар бирелде. Сигнал карталары хәүефле социаль хәлдә ҡалған ғаиләләрҙе ваҡытында асыҡларға ярҙам итә, әммә был йүнәлештә лә етешһеҙлектәр юҡ түгел. Мәҫәлән, опека хеҙмәткәрҙәре ауыл биләмәләре хакимиәттәренең ғаиләләргә объектив булмаған характеристика биреүҙәренә зарланды, һәр ауыл биләмәһе башлығы теге йәки был ғаиләгә ҡарата саралар күргәс, һуңғы сиктә генә сигнал карталарын уларға ебәрергә кәрәклеген төшөндөрҙө.Үҙ сиратында ауыл биләмәләре вәкилдәре опекаға насар тормош алып барған ғаиләләргә балаларын бирер алдынан ныҡлап тикшереүҙәрен һораны.

Шулай уҡ кәңәшмәлә уҡыусылар араһында суицид осраҡтарының йышайыуына борсолоуҙарын белдерҙеләр. Мәҫәлән, былтыр Салауат районында ике бала үҙе теләп яҡты донъя менән хушлашҡан. Белгестәр белдереүенсә, был фажиғәләрҙең төп сәбәбе – ата-әсәләрҙең вайымһыҙлығы һәм спиртлы эсемлектәр ҡулланыу. Шуға күрә, мәктәптә ауыр балалар булһа, был эшкә психологтарҙы йәлеп итергә кәрәк. Үкенескә күрә, бөгөн белем биреү учреждениеларында психологтар юҡ тиерлек. Шулай ҙа районда халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү бүлегендә, “Шоңҡар” үҫмерҙәр һәм балалар клубында психологтар бар. Мәктәп директорҙары уларға мөрәжәғәт итеп, балаға психологик ярҙам күрһәтергә мөмкин.

Үҫмерҙәр араһында ҡылынған енәйәттәр хаҡында ла етди һөйләшеү булды. Эске эштәр министрлығы бүлегенең 2017 йылғы мәғлүмәттәре буйынса былтыр үҫмерҙәр 10 енәйәт ҡылған. Бөгөн 16 үҫмер бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлектә иҫәптә тора. Үҫмерҙәр араһында енәйәттәрҙе булдырмаҫ өсөн махсус органдар, ведомстволар бәйләнешен көсәйтеү, белем биреү учреждениеларында профилактик эштәрҙе әүҙемләштереү тәҡдим ителде.

Фекерҙәр

Раушания УРАЛЬСКАЯ, Салауат ауыл биләмәһе башлығы:

– Барыһы ла ғаиләнән килә, тип уйлайым. Эшһеҙлек бөлдөрә, эш эҙләп тегендә бында төртөлгән ата-әсә эсә башлай. Шуға ла балаларына тейешенсә тәрбиә бирә алмай.

Былтыр Малаяҙ ауылында күңелһеҙ хәл теркәлде. Баланың өҫтөнә ҡыйыҡтан ҡар төшөп һәләк булды. Шуға күрә бындай хәлдәр башҡаса булмаһын өсөн уҡыусыларҙы мәктәптән ата-әсәләре, туғандары килеп алһын. Тағы ла бер нәмәне әйтергә кәрәк. Әлбиттә, иң ҡәҙерле нәмә был донъяла ул – беҙҙең балалар. Әммә, бигерәк тә һуңғы ваҡыт, беҙ уларҙы артыҡ иркәләй башланыҡ, эш ҡушмайбыҙ, йәмәғәт эштәрендә ҡатнаштырмайбыҙ. Шәмбе өмәләрендә ҡатнашҡан бала таҙалыҡҡа, тәбиғәткә ҡарата тәртипле, һаҡсыл булырға өйрәнә. Үкенескә күрә, бөгөн ата-әсәләр балаларын йәмәғәт эштәренән араларға тырыша.


Ринат СИТДИҠОВ, Лағыр урта мәктәбе директоры:

– Тәрбиә ғаиләнән башлана, мәктәп уға төҙәтмә индерә генә ала. Үкенескә күрә, бөгөн уҡытыусылар эш араһында ғына тәрбиәләү менән шөғөлләнә. Педагогтар БДИ-ға әҙерләү, отчет һәм башҡа ҡағыҙ мәшәҡәттәренә күмелгән.

Ғаилә институты бөгөн бөлгөнлөк хәлендә. Аҡса етмәй, ғаилә башлыҡтары Себер тарафтарына эшкә сығып китә. Ҡыҙҙарға – әсә, малайҙарға атай тәрбиәһе кәрәк тә ул, әммә бөгөн малайҙар атай тәрбиәһен алмай. Балалар ҡырын юлға баҫмаһын өсөн уларҙы башҡа файҙалы шөғөл менән әүрәтергә кәрәк. Мәктәптәрҙә түңәрәктәрҙе, секцияларҙы ҡабаттан тергеҙеү мөһим.
Читайте нас: