Бөтә яңылыҡтар
Борсоулы сигнал
8 Май 2018, 11:42

Һалҡын шишмәгә ҡороу ҡурҡынысы янамаймы?

Һалҡын шишмәне ҡурсаларға кәрәк! Был күркәм тәбиғәт мөйөшө беҙҙең Салауат районында булдырылған Рәсәйҙәге тәүге Геопарктың бер өлөшө бит! Урмансы ауылының Һалҡын шишмәһе проблемаһына йәнә әйләнеп ҡайтабыҙ. Беҙ ауыл халҡының үтенесен Салауат ДРСУ-һы начальнигына еткерҙек. – Һеҙ шылтыратҡас та, урынға барып ҡараныҡ. Киләсәктә канауҙағы һыуҙың йүнәлешен үҙгәртеү юлын ҡарарбыҙ, – тип комментарий бирҙе юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы етәксеһе Ришат Сафин. Тулыраҡ - сайтта

Редакцияға Урмансы ауылынан борсоулы хәл тураһында видееояҙма килде. Унда Һалҡын (яңыса – Килендәр) шишмәһенә бысраҡ өйәр һыуҙары ағыуы хаҡында һүҙ бара.

“Бына был – беҙҙең Урмансы ауылының матур Һалҡын шишмәһе. Унан өҫтә, юл буйы ситенә автодор траншея ҡаҙған. Һыу асфальтты йыумаһын өсөн был эшләнгән. Әммә тауҙан төшкән өйәр һыуҙары ошо соҡор буйлап туранан-тура шишмәгә аға. Ә унан беҙҙең ауыл халҡы һәм юлсылар эсәр һыу ала”, – ти видеояҙманың авторы һәм ошо хәлгә битараф булмаған кешеләрҙең береһе Салауат юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы начальнигы, ошо округ буйынса район Советы депутаты Ришат Сафинға мөрәжәғәт итеп.

Видеяҙманан күренеүенсә, юл буйындағы канауҙан төшкән һыу, шишмәнең бетондан эшләнгән ҡоролмаларын емереп, уның “бассейны”на ағып, саф һыулы сығанаҡты бысрата. Әлбиттә, хәҙер ул туҡтаған. Ләкин ҡойма ямғырҙар, яҙғы гөрләүектәр аҡҡан һайын был хәл ҡабатланасағы көн кеүек асыҡ. Һалҡын шишмәбеҙ һайығып, уға ҡороу ҡурҡынысы янамаҫмы? Беҙ ауыл халыҡының үтенесен Салауат ДРСУ-һы начальнигы Ришат Сафинға еткерҙек.

– Һеҙ шылтыратҡас та, урынға барып ҡараныҡ. Киләсәктә канауҙағы һыуҙың йүнәлешен үҙгәртеү юлын ҡарарбыҙ, – тип комментарий бирҙе ул.

Юлсыларҙы ла аңларға була, асфальт ҡатламын һыу боҙмаһын өсөн был канау кәрәктер. Тик уны, тағы бер торба һалып, йүнәлешен үҙгәртеү талап ителә. Ә ғүмер буйы Урмансы ауылы халҡы һыуын ташып эскән Һалҡын шишмәне ҡурсаларға кәрәк. Был күркәм тәбиғи мөйөш тә беҙҙең районда булдырылған Рәсәйҙәге тәүге Геопарктың бер өлөшө бит.
Читайте нас: