Бөтә яңылыҡтар
Борсоулы сигнал
28 Апрель 2018, 09:24

Салауат Юлаев – милләт батыры!

Һәр милләттең үҙ батыры, теле, иле бар. Салауат Юлаев башҡорт халҡының арҙаҡлы улдарының береһе генә түгел, ә ул милләтенең символы ла. Башҡорт халҡы Салауат Юлаевты күңеленә һәм аңына ғына түгел, рухына һәм ҡанына һеңдергән. Шуға ла береһенең дә унан мыҫҡыллап көлөргә, дөрөҫ булмаған һүҙҙәр һөйләргә хоҡуғы юҡ. Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул, – тиҙәр халыҡта. Өфө ҡалаһына килеп, хал­ҡыбыҙҙы, телебеҙҙе, милли батырыбыҙҙы мыҫҡыл итеп көлгән Руслан Белыйға ҡаршы милләттәштәребеҙ күтәрелеп сыҡты.

Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул, – тиҙәр халыҡта. Өфө ҡалаһына килеп, хал­ҡыбыҙҙы, телебеҙҙе, милли батырыбыҙҙы мыҫҡыл итеп көлгән Руслан Белыйға ҡаршы милләттәштәребеҙ күтәрелеп сыҡты.
Руслан Белый ул – ТНТ телеканалында “Комик ҡалала” тапшырыуында сығыш яһаусы шоумен. Башҡортостандың баш ҡалаһында сығыш яһаған мәлдә, ул ҙур сәхнәлә башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтан “юлбаҫар”, “бандит” тип көлә, шулай уҡ телебеҙҙе, башҡорт ҡыҙҙарын мыҫҡыл итә. Әлбиттә, шоумендың һүҙҙәре халҡыбыҙ йөрәгенә уҡ булып ҡаҙалды. Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты тиҙ арала йыйылыш уҙғарып, телеканал етәкселегенә мөрәжәғәт әҙерләне. Халыҡ кәмитсегә ҡаршылығын белдереп, Салауат Юлевтың һәйкәле эргәһенә митингыға йыйылды. Митингыны ойоштороусылар федераль кимәлдә Руслан Белыйҙың сығышын ғәйепләргә, уны хоҡуҡ яғынан баһалаусы комиссия төҙөргә һәм был эште прокуратураға йүнәлтергә, республикала ТНТ каналын күрһәтеүҙе туҡтатырға кеүек талаптар менән сығыш яһаны.
Шулай уҡ был хәлгә битараф булмаған бер төркөм йәштәр Руслан Белыйҙы эҙләп табып һөйләшергә Ульяновскийға юлланды. Әммә ул үҙ һүҙҙәре өсөн яуап биреүҙән ҡасып ҡалды. Шулай уҡ егеттәр ТНТ телеканалының төп офисына барып, халыҡ алдында ғәфү үтенеүҙәрен һораны. Канал секретары был хәлде белеүҙәрен һәм оҙаҡламай ғәфү үтенәсәктәрен белдерҙе.
Һәр милләттең үҙ батыры, теле, иле бар. Салауат Юлаев башҡорт халҡының арҙаҡлы улдарының береһе генә түгел, ә ул милләтенең символы ла. Башҡорт халҡы Салауат Юлаевты күңеленә һәм аңына ғына түгел, рухына һәм ҡанына һеңдергән. Шуға ла береһенең дә унан мыҫҡыллап көлөргә, дөрөҫ булмаған һүҙҙәр һөйләргә хоҡуғы юҡ. Күптәр социаль селтәрҙәрҙә Руслан Белыйҙы яҡлап, “шаяртыуҙарҙы аңламайһығыҙ”, – тип тә яҙҙы. Әммә һәр шаяртыуҙың сиге булырға тейеш. Милләткә, телгә ҡағылған шаяртыуҙар – мәғәнәһеҙлек.
Үкенескә күрә, мәғәнәһеҙ һүҙ һөйләп, популярлыҡ яуларға, кешеләр күңелендә шик уятырға тырышыусылар элек тә булған, бар һәм буласаҡ та. Телебеҙҙе, илебеҙҙе һаҡлап ҡалырға теләһәк, беҙ ундайҙарға ышанмаҫҡа һәм бындай сығыштарға юл ҡуймаҫҡа тейешбеҙ.
Читайте нас: