Ул алты йыл инде уйынсыҡтар тегеү менән шөғөлләнә. «Янғантау» геопаркы асылғас, ул туристарға милли кейемдәге ҡурсаҡтарҙы күрһәтергә кәрәклеген аңлай. Ҡатын әҙер ҡурсаҡтарҙы һатып ала һәм уларға кейем тегә башлай.
Ә һуңынан башҡа әсәйҙәр ҙә Риммаға уйынсыҡтар килтерә һәм кейемдәр тегеү үтенесе менән мөрәжәғәт итә. Был шөғөл уны шул тиклем мауыҡтыра, хатта ҡатын үҙен тулыһынса ҡурсаҡтар эшләүгә бағышларға ҡарар итә.
Бөгөн Римма – “Янғантау” геопаркының партнеры. Ул уның сараларында әүҙем ҡатнаша һәм туристар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Айырыуса был «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһында ҡатнашыусыларға ныҡ оҡшай. Ҡунаҡтар йыш ҡына Римма эшләгән ҡурсаҡтарҙы үҙҙәре менән алып китә. Шулай уҡ, ул Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта йәшәүселәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, был уға үҙ-үҙенә ышаныс һәм яңы тәжрибә бирә.
- Ейәндәрем өсөн уйынсыҡтар тегеүҙән ләззәт алам.Уларҙың береһе, Мирре, уға бер йәш кенә. Ул минең туҡыманан эшләгән ҡурсаҡты ярата, уның менән ҡосаҡлашып йоҡлай. Ә дүрт йәшлек Иҙелгә уның шәхси «эскиз»ы буйынса бесәй тектем. Ул хатта минең ҡайһы бер уйынсыҡтарымдың дизайнеры булып китте: һүрәт төшөрә, образдар уйлап таба, һәм беҙ бергә тегәбеҙ. Ул был процесты бик ярата, — тип һөйләй Римма.
II «Әйҙә уйнарға»Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестиваленең матбуғат хеҙмәте.